+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Милли ризыҡтарыбыҙ

Ҡыҙыл эремсек һәм ҡорот әҙерләү серҙәре.

Ҡыҙыл эремсек

Башҡорт халҡының милли ризығы ҡыҙыл эремсектең эшләү ысулдарын Хәйбулла районының Әбеш ауылында Фәриғә һәм Сәғәҙәт Әбделмәновтар ғаиләһендә тыуып үҫкән, билдәле йырсы Сәриә Асҡарова өйрәтә.

– Мин, ауыл ҡыҙы булараҡ, ҡолас ташлап бесән сабырға, емеш-еләк йыйырға әүәҫмен. Машинама бикәмдәрҙе ултыртып алам да төрлө яҡҡа сығып китәбеҙ. Тау сейәһе, бәшмәк, төрлө үләндәр йыябыҙ, ҡайын, йүкә миндеге бәйләйбеҙ. Йыл һайын болануттан сәй эшләйем. Аҙаҡ күстәнәскә таратам. Ҡайнатма, повидло, джем, компот, соус һәм икралар әҙерлә­йем.

Баҡсала төрлө сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтерергә яратам, ерҙе тәбиғи ашламалар менән туҡландырам. Быйыл пандемияға бәйле, йәйгеһен тыуған йортома ҡайтып, әсәйемдең Марта исемле һыйырын һауып, рәхәтләнеп төрлө һөт ризыҡтары әҙерләү менән булыштым. Ҡорот, май, аҡ эремсек, ҡыҙыл эремсек, сыр...

Тик барыһынан да нығыраҡ йырларға яратам! Тормош иптәшем Юлай менән бергә концерт ҡуйып, Урал аръяғын урап сыҡтыҡ. Ырымбур өлкәһендә лә үҙ тамашасыларыбыҙҙы таптыҡ. Әйткәндәй, концерт араһында матур ғүмер байрамы – юбилей, туйҙар ойоштороп, ҡунаҡтар менән бергә йырлашып, яңы таныштар табып, аралашып йәшәп ятабыҙ, – тип һөйләй йырсы Сәриә Асҡарова.

Ә бына ҡыҙыл эремсек эшләү өсөн 10 литр айыртылған һөт, 2 литр ҡатыҡ, 4 – 5 килограмм эремсек (творог), 1 литр май бешкәндән сыҡҡан айран кәрәк. Барыһын бергә ҡушып, ҡаҙанда 5 сәғәт талғын утта болғай-бол-ғай ҡайнатабыҙ. Шунан эремсекте ҡаҙандан алып һыуы­табыҙ. Әҙер булғас, тоҡҡа ҡойоп, бер төн һарҡытабыҙ. Икенсе көнөнә ит турағыс аша үткәреп, ҡояшта йә мейестең һүлпән утында ара-тирә болғап, киптереп алабыҙ. Тәменә ҡарап шәкәр ҡомо, 1 литр ҡаймаҡ йәки яңы бешкән 1 килограмм май ҡушабыҙ. Эремсекте йомғаҡтар­ға йомарлағас, туңдырғыста һаҡларға кәрәк.


Зөһрә ХӘКИМОВА.

Ҡорот

Һеҙгә әсәйемдең өләсәйҙәренән өйрәнгән ҡорот эшләү серҙәрен еткерергә булдым әле.

Һөттө сепаратта айырғандан һуң, ҡайнатып алаһың һәм кире 30 градусҡа тиклем һыуытаһың. Аҙаҡ ошо һөт өҫтөнә ярты литр самаһы ойотҡо ҡояһың да 3 – 4 көнгә ҡалдыраһың. Тик һөт әсеп, күпсемәһен өсөн көнөнә 2 – 3 мәртәбә болғап торорға кәрәк. Әгәр ҙә ҡороттоң сөсөрәге кәрәк икән, тимәк, тиҙ арала ҡайнатаһың. Әсеһен эшләргә уйлаһаң, ойот­ҡан һөттө оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Әҙер ойотҡанды ҡаҙанға ҡойоп, утта ҡайнатаһың. Ҡатыҡ ҡайнап сыҡҡансы бер туҡтауһыҙ болғатып тораһың. Ташырға тейеш түгел. Мөмкин тиклем йышыраҡ һәм күберәк болғатырға. Әлбиттә, ҡайнаған ҡатыҡҡа 2 аш ҡалағы тоҙ һалғанда ла була. Ҡайнаған ҡоротто ҡаҙандан алып һыуытырға. Шунан махсус тоҡҡа һалып һарҡытырға ҡуяһың. Эркет һарҡып бөткәс, ҡоротто йомарлап киптерәһең йәки һыуытҡыста һаҡларға мөмкин.

Ҡоротто ашҡа һалһаң, тәмле еҫтәре таралып китә. Ә бит уның фай­ҙаһы, дауаһы иҫ китмәле!

Тағы ла әсә­йем­дән ҡорот эш­ләргә өйрәнергә һәм уның икенсе төрҙәрен асыҡ­ларға тигән яңы маҡсат ҡуйҙым әле үҙемә.


Асия САЛАУАТОВА.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: