+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Һеңлекәш»тә төшкән ул!

Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Азамат Ҡарағолов менән «Бәйләнештә» селтәре аша танышҡайныҡ. Бигерәк шәп малай булып сыҡты. Үҙе шул хәтлем итәғәтле, һәр яҡлап әүҙемлеге һиҙелеп тора. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова ла:

– Уҡыу алдынғыһы. Бик тырыш. Гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Оҫта итеп шиғыр һөйләй. Рэп йырлай. Мәктәбебеҙҙә эшләп килгән «Арғымаҡ» ансамблендә бейей. Конкурстарҙа ҡатнашырға бик ярата. Белем усағыбыҙҙағы бер саранан да ситтә ҡалмай, – тип маҡтап бөтә алмай.

Ысынлап та, Азаматтың уңыштарына хайран ҡалырлыҡ. Ниндәй генә диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар яулап өлгөрмәгән. Былтыр Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Ижад ҡомары» һәм «Сәсмә әҫәрҙәр» бәйгеләренең беренсе этабында еңеү яулап, баш ҡалаға байрам сараһына барып, үҙенә рухи аҙыҡ алып, илһамланып ҡайтҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған башҡорт телен пропагандалауға арналған «Социаль видеоролик» конкурсында икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана уҙғарған төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулауға ирешкән.

– Уҡыған мәктәбемдә үткәрелгән ярыш-бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашам. «Йәй һәм китап – 2019», «Яҡташ яҙыусыларҙың ижадын яттан һөйләү» буйынса онлайн-конкурстарҙа көсөмдө һынап, диплом һәм грамоталарға эйә булдым, – ти Азамат.

Етенсе синыфта белем алған малай шиғырҙар, хикәйәләр ижад итергә, мәҡәләләр яҙырға ла өлгөрә. Буш ваҡыттарында хоккей, футбол уйнарға ярата. Ә иң оҡшаған шөғөлө – тәбиғәт ҡосағында булып, тыуған яғының матурлығын фотоға төшөрөү.

Азамат Ҡарағолов Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса режиссёр Александр Галибиндың төшөргән «Һеңлекәш» фильмында ла ҡатнаша. Унда үрге ос малайы булып уйнай.

– Минең кумирым – Шәһит Хамматов. Киләсәктә уның кеүек оҫта артист булырға хыялланам, – ти ул.

Афарин да инде! Һеҙгә һәр яҡлап һәләтле малайҙың шиғри күстәнәстәрен дә тәҡдим итәбеҙ.

Г. РАМАҘАНОВА.


Изге төйәгем


Башҡортостан – тыуған илем минең,

Мин йәшәгән изге төйәгем.

Ер йөҙөндә иң матур, йәмлеһе –

Тыуып үҫкән генә еркәйем.


Тыуған яғым – гүзәл Бөрйәнемдә

Бик бәхетле тоям үҙемде.

Мөғжизәгә бай ҙа еркәйгенәм

Ғашиҡ итә килгән һәр кемде.


Сикһеҙ яратам һине, ауылым,

Кейек, ҡоштарға бай Байназар.

Ҡуйы урман, ҡая-тауҙарын

Төйәк иткән ата-бабамдар.


Атаҡлы ҡурайсылар бар беҙҙә,

Бейеүселәр һәм дә йырсылар.

Хозурлыҡтан илһам алып ҡына

Ижад итәләр яҙыусылар.


Гөрләп-шаулап тора шулай һәр саҡ

Ғәзиз илем – нурлы гөлбостан.

Мәңге-мәңге балҡып йәшә, илем,

Яратам һине, Башҡортостан!


Баш эйәм һинең алда



Уҡытыусым һәр көн иртән

Йылмайып ҡаршы ала.

Белем донъяһына мине

Етәкләп алып бара.


Рәхмәт һиңә, уҡытыусым,

Баш эйәм һинең алда.

Һалған һуҡмағыңдан ғына

Атлап барырмын алға.


Башҡорт телем



Башҡорт теле – минең телем,

Арғымаҡлы ғына телем!

Шундай моңло, көйлө телем,

Ҡәҙерлеһең миңә үҙең.

Олпат телем – һиңә йырым,

Бар һөйөүем – телкәйемә.

Туған телем –йомарт телем,

Тоғро ҡаламын мәңгегә.
Читайте нас: