+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙгә һарауыстар тектек

Синыфыбыҙҙа 9 ҡыҙ уҡый, шуларҙың етәүһе Исмаил музыка мәктәбенең хореография бүлегендә шөғөлләнә. Беҙ белем уса­ғындағы һәр бер сарала бейеү йәки йыр менән ҡатнашабыҙ.

Ә бер көндө синыф етәксебеҙ Лилиә Фәнис ҡыҙы Ҡаш­ҡарова милли баш кейеме – һарауыстар тегергә тәҡдим иткәс, ҡыуанып риза булдыҡ. Ҡасан тотонабыҙ был эшкә? Был көндө дәрес бөткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөнөк. Эш башлан­ғас, беҙгә VIII «Б» синыфы ҡыҙҙары ла килеп ҡушылды. Бергәләп ултырып, һәр кем үҙенә һарауыс текте. Ҡулыбыҙҙан килә икән, биҙәүесебеҙ бик матур килеп сыҡты.
Хәҙер беҙ барлыҡ байрам сараларында ла үҙебеҙ теккән һарауыстарҙа сығыш яһаясаҡбыҙ.
Аделина ҠАШҠАРОВА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.
Читайте нас: