-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Гимназияла – Матурлыҡ көнө

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ижади эштәрҙе яҡлау көнө булды. Ә бит был сара – сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн үҙе бер матур, иҫтәлекле мәл.

Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө

Быйыл 18 уҡыусы үҙенең ижади эштәрен яҡланы. Һәр береһе ныҡлы әҙерләнгәйне. Йәш рәссамдарҙың оҫталығына һоҡланмаған кеше булмағандыр!

Ә бит һүрәт төшөрөү – һәр айырым кешегә генә хас булған һәм бер ҡасан да ҡабатланмаған яҙыу рәүеше кеүек, шундай уҡ үҙенсәлекле, шәхсән күренеш. Техник йәһәттән сығып ҡарағанда, бөтә кешене лә һүрәт төшөрөргә өйрәтеп була, ләкин тәбиғәттән һалын­ған һәләт кенә кешене бөйөк рәссам итеүе мөмкин. Был уҡыусылар­ҙың һоҡланғыс хеҙмәттәрен күргәндән һуң, уларҙың барыһынан да оҫта рәссам сыға, тип уйлап ҡуй­ҙым.

– Һүрәт төшөрөргә бәләкәйҙән яратам, X синыфҡа бында уҡырға килдем. Гимназия тормошона тиҙ өйрәнеп киттем. Тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм. Ижади эшемә килгәндә, тәбиғәтте күҙәтергә әүәҫмен. Тамсы, һыу, шишмә, күл, йылға – мине барыһы ла ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла эшемде күңел һалып башҡарҙым. Етәксем Наил Нәзиф улы Сөләймәновтың да ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, – ти Арина Ераносьян ижади эше хаҡында.

Был ҡыҙ һынауҙы ла иң беренсе булып тотто. Ул бер ҙә ҡаушап ҡалманы, оҫта итеп һөйләне. «Сылтыр шишмә» тигән ижади эшен баһалама ағзалары ла оҡшатты. Шулар­ҙың береһе – күренекле рәссам, профессор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы Әмир Мәжитов та: «Үҙебеҙҙең тәбиғәттең гүзәллеген оҫта күрһәтә белгән. Барыһы ла төптән уйлап башҡарылған, килештереп эшләнгән. Төҫтәрҙе лә дөрөҫ һайлаған. Етәксеһен дә билдәләп китер инем», – тип маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.

Әбйәлил районы Хәлил ауылы ҡыҙы Агния Түлебаеваның етен туҡыманан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре менән теккән заманлаштырылған күкрәксендәре (етәксеһе – Гүзәл Булатова) бик үҙенсәлекле ине. «Агнияның һәр минуты, һәр сәғәте планлаштырылған. Ул шул тиклем үҙенә талапсан. Бар эште уйлап башҡара. Бүтән фәндәр буйынса ла олимпиадаға әҙерләнеп өлгөрә», – ти Гүзәл Флүр ҡыҙы.

Ильяс Зиннәтуллиндың (етәксеһе – Наил Сөләймәнов) «Дала» пейзажы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Егеттең күңел һалып ижад иткәне күренеп тора. Үҙенең Салауат районы Лағыр ауылының тәбиғәтен төшөргән. Баһалама ағзалары ла: «Төҫтәрҙе дөрөҫ һайлай, кәрәгенсә оҫта ҡуллана белә. Гимназияла икенсе йыл уҡый, тәжрибә етерлек,  бик күп эҙләнә, ижадҡа мөкиббән киткән. Киләсәге өмөтлө», – тип белдерҙе.

Эйе, уҡыусыларҙың кемеһенең ижад емешен алһаң да, барыһы ла һоҡланғыс, оҫтарып алғандары һи­ҙелә. Ана, Камилла Тожибоеваның «Ҡурай моңо» (етәксеһе – Рәсимә Сәлихова) композицияһы нисек үҙенсәлекле! Ҡарап туйғыһыҙ! Тырыш ҡыҙ бар яҡтан да өлгөлө икән. Һәр нәмәгә матур һығымта яһай белә. «Башлаған эшен дә аҙағына тиклем үтәп ҡуя», – тип маҡтап ал­ды етәксеһе. Баһалама ағзаһы Әмир Мәжитов һоҡланыуын йәшермәй:

– Иҫ киткес матур эш! Бик күп көс һалынғаны күренеп тора. Ваҡыт та арыуыҡ киткәндер, сөнки һүрәтендәге һәр нәмә нескәлектәренә тиклем сағылдырылған бит. Ана, йондоҙҙарын ҡарағыҙ әле! – тине.

Быйылғы эштәр араһында тағы ла сағыу хеҙмәт эйәһе Элина Ғизәтуллинаны (етәксеһе – Дмитрий Сапожков) өлгө итеп ҡуйырға була. Уның «Эт менән автопортрет» композицияһы бик шәп килеп сыҡҡан. Үҙен төшөрөргә баҙнат иткән бит. Афарин! Һүрәтен ҡатырғала майлы буяуҙар менән эшләгән.

– Хайуандарҙы яратам. Башҡалар ҙа изге күңелле булһындар, тип теләйем. Етәксем миңә төрлө яҡлап ярҙамлашты, кәңәштәр бирҙе. Уға һәм бар уҡытыусыларыма рәхмәтлемен, – ти Элина.

Шулай уҡ Дмитрий Сапожков етәкселегендә гел генә «бишле» билдәләренә өлгәшеүсе Алан Баҙыҡовтың эшенә лә туҡталып китәйек. Ул ҡағыҙҙа гуашь менән «Үткән йәй хәтирәләре» композицияһын ижад иткән. Баһалама ағзаһы, ошо белем усағында һынлы сәнғәт буйынса белем биреүсе, Башҡортос­тан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Зимфира Ғәлимова: «Аландың эше – иҫ киткес ижад емеше. Ул – Рәсәйҙең киләсәге! Һүрәттәрендә ҡатмарлы төҫ­тәрҙе дөрөҫ ҡуллана белеүе лә – ҙур оҫталыҡ. Йәш рәссамдың эшен хатта кино­фильм­дарҙа ла файҙаланырға мөмкин», – тине.

– Бала саҡтан үҙемде ошо гимназияға уҡырға инер өсөн әҙерләнем, шуға ла бында килгәнгә тиклем үк өҫтәмә дәрестәр алғайным, – ти Өфөләге Сипайлов биҫтәһендә йәшәүсе Алан.

Был ижади эштәр яҡлау көнөндә һынлы сәнғәттең күп төрҙәре тәҡдим ителде: портрет, пейзаж, милли биҙәүестәр, декоратив скульптура, натюрморт, төрлө-төрлө ҡул эштәре. Мине тағы ла Злата Баландинаның «Тыуған яғымдың йолаһы» һүрәте (етәксеһе – Ирина Хлёсткина) һоҡландырҙы. Баһалама ағзалары ла уға йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Афарин! Ҡулдарыңдан ҡыуан! Ул был эшендә ике апаһының да теләк һәм кәңәштәренә таян­ған. Әйткәндәй, улар ҙа ошо белем усағын тамамлаған икән.

Бар ошо һоҡланғыс ижади эштәрҙе директор урынбаҫары, Баш­ҡортостандың мәғариф алдынғыһы Любовь Мәжитова етәкселегендәге абруйлы баһалама ағзалары – Әмир Мәжитов, Елена Ҡотлойәрова, Динә Фәтҡуллина, Зимфира Ғәлимова һәм Людмила Госачинская ғәҙел баһаланы.

Йәш рәссамдарға хыялдары тормошҡа ашһын, имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәренә эйә булырға яҙһын, тип теләге килә. Иң мөһиме, тиҙерәк Ер йөҙө тынысланһын!

Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Гимназияла – Матурлыҡ көнө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: