Яугилде – Ғафури районындағы Бурлы ауыл советына ҡараған бәләкәй ауыл. Унда башланғыс мәктәп кенә бар. Клуб халыҡ менән йәнле эш алып бара. Балаларҙы ла түңәрәктәргә йәлеп итәләр.
– Башҡорт ҡыҙҙары борон-борондан ҡул эштәре менән шөғөлләнгән: сиккәндәр, бәйләгәндәр, теккәндәр. Бөгөн беҙҙең "Милли нағыштар" түңәрәгенә уҡыусылар әүҙем йөрөй. Ағинәй Рәзилә Мөхәррәм ҡыҙы Солтанморатова теген машиналары алып килгәс, эш тағы ла йәнләнеп китте. Тегергә өйрәнеүселәр күбәйҙе. Азалия Әйүпова, Динара Шафиҡова, Карина Малышева, Азалия Ишмөхәмәтова бик теләп тегә хәҙер. Рәзилә Мөхәррәм ҡыҙы уларҙы ҡорама эшләүҙең төрлө алымдарына өйрәтте. Биш ҡыҙ машинала тегә. Ҡалғандарын кипкән сәскәләрҙән, таҫмаларҙан картина эшләү, бәйләм ептәренән япмалар һуғыу серҙәренә төшөндөрәбеҙ. Юғарыраҡ синыфҡа күскән ҡыҙҙарҙы бәләкәйерәктәр алмаштырҙы. Һуңғы ике йылда Ҡәҙриә Буранғолова, Рушана Хәйретдинова, Асия Мөхәмәтҡолова, Зарина һәм Вилена Әйүповалар Алһыу Мөхәмәтйән ҡыҙы ярҙамы менән үҙҙәренә ярарлыҡ селтәрҙәр, сәсмәүерҙәр яһаны. Ә машинала мендәр тыштары, ултырғыс япмаларын Рәзилә Мөхәррәм ҡыҙы менән бергәләп тектеләр, – ти ағинәйҙәр клубы ағзаһы Лилиә апай Миниязова.
Ауыл ағинәйҙәре боронғо кәсептәрҙе тергеҙеп, балаларҙы ла өйрәтәләр. Яңыраҡ Шәйҙә Тәлғәт ҡыҙы Ғәлиәхмәтова үҙе эшләтеп алған ҡоролмала ике төҫлө ептән ултырғыс япмаһы үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Балаларға ғына түгел, ололарға ла бик оҡшаған ул. Был эштең үҙ нескәлектәре бар. Төҫтәрҙе дөрөҫ һайлағанда, янып торған шау сәскәле ялан килеп сыға.
Балаҫ һуғыу – башҡорттарҙың борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ, дөйә йөнөнән, кәзә мамығы, ат ҡойроғонан, киндерҙән, кесерткәндән – еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материалдарҙан яһағандар.
Аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, септә, япма, сергетыш һәм башҡалар йорттарҙы биҙәгән. Бөгөн оҫта ҡулдар түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҙа ошо эштәрҙе белеп үҫеп, киләсәктә үҙҙәре йәшерәктәрҙе өйрәтер әле. Һөнәрленең ҡулы алтын, эш белгәндең дәрәжәһе артыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Кем белә, ошо йүнәлештә үҙ эштәрен дә асып ебәрмәҫтәр, тимә.