Айжан Әлмөхәмәтова – Ауырғазы районы Сулпан ауылынан. Гимназияға йөрөп уҡый. Олимпиадаларҙа еңеүҙәренең иҫәбе-һаны юҡ. Бигерәк тә математика, урыҫ теле һәм әҙәбиәтен үҙ итә ҡыҙ. Шиғырҙарҙы оҫта һөйләй. Фәнни-ғәмәли конференцияла призёр булғаны ла бар. Спортта ла һынатмай: волейбол, шахмат, шашканы яҡын күрә. Өйҙә иһә Айжан – әсәһенә ярҙамсы. Ә буш ваҡытында сәйлән теҙеү менән шөғөлләнә. Йөҙөк, беләҙектәр генә түгел, сувенир итеп ултыртып ҡуйырлыҡ әйберҙәр ҙә яһай (һүрәттә). Иптәштәре, оҡшатып, һатып та ала икән.
Синыфташы Наҙгөл Вәлитова ла – иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе. Һәр дәрескә ныҡлы әҙерләнеп килә, яуаплы ҡыҙ, тип маҡтай үҙен Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы. Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһындағы саралар унһыҙ үтмәй. Шиғырҙар ятларға, йырларға әүәҫ. Илгәҙәк ҡыҙҙың дуҫтары бик күп, уны яратып ҡына торалар. Наҙгөл – минең уң ҡулым, ти синыф етәксеһе. Яратҡан шөғөлөнә килгәндә, һуңғы арала популяр булып киткән эпоксид ыҫмала менән эшләргә өйрәнеп алған. Айырыуса кулондары матур килеп сыға.
– Ғөмүмән, Айжан менән Наҙгөлдө беҙҙең киләсәгебеҙ, тип ышаныслы әйтә алам. Үҙҙәре артынан әйҙәй беләләр, бар нәмәгә өлгөрҙәр. Ҡыҙҙарға ҙур уңыштар юлдаш булһын, – ти синыф етәкселәре.