Инженер булып эшләп йөрөһә лә, ҡыҙы менән декрет ялына сыҡҡас, күңеле йәнә ижадҡа ынтыла башлай Фидалиә Наил ҡыҙының. Өйләнешкәндә еңгә бүләге итеп итеп бикәстәренә сәс резинкалары яһап биргәне иҫенә төшә. Күп уйлап тормай, Камиллаһының сәстәренә лә эшләп ҡуя.
– Тәүге резинкаларҙы һәм банттарҙы ҡыҙыма эшләй-эшләй оҫтарҙым. Һуңынан туғандарға бүләк итә башланым. Ҡыҙҙар оҡшатҡас, социаль селтәргә һатыуға ҡуйып ҡараным, – ти уңғанбикә. Ысынлап та, гүзәл заттар һатып ала башлай.
Тиҙҙән уға ауылдашы, шулай уҡ Учалы районы Мәҫкәү ауылында тыуып, баш ҡалала төпләнгән ике туған Лилиә апаһы ла ҡушыла – кәрәкле тауарҙы күберәк алып, резинкаларҙы бергәләп яһайҙар. Үҙ көстәренә ышанған ҡыҙҙар «Вайлдберриз» һатыу майҙансығына сығырға тәүәккәлләй. Уларға эшсе ҡулдар етмәй башлай. Оҫтабикәләр ярҙамсылар ала.
– Аллаға шөкөр, заказдар бар. Алыусылар ҙа ҡәнәғәт, интернетта баһаларын ҡалдыралар, йылы һүҙҙәр менән күңелде күтәрәләр. Эшләгәндән эшләге килеп тора, – ти Фидалиә Наил ҡыҙы.
Әле ул икенсе бәләкәсе – Асҡар исемле улы менән декрет ялында. Эшкә сыҡҡас та яратҡан шөғөлөн дауам итергә иҫәбе бар. Кем эшләмәй, шул ашамай, тигәндәй, ғаилә бюджетына ла ярайһы ғына килем инә бит.
Фидалиә Наил ҡыҙына артабан да уңыштар юлдаш булһын, матур-матур эштәре ҡыҙҙарҙың сәсен биҙәһен.