Физкультура буйынса Өфөлә Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһында ике тапҡыр ҡатнашҡан. Сос ҡыҙыҡай ГТО-ның көмөш, алтын билдәләрен дә алып өлгөргән. Ә Маҡтау ҡағыҙҙары менән Почёт грамоталары һанап бөткөһөҙ.
– Наҙгөл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү эше менән янып йөрөй. Тәнәфестәрҙә йүгереп килеп селтәр үрешеп китә. Ныҡ оҫтарып алған. Был эшкә интернет аша үҙ алдына өйрәнгән икән. Тағы ла һалдаттарға шәмдәр эшләне. Әлбиттә, уға ярҙам да иткәндәр. Атаһы бысҡы онтағы әҙерләгән, ә әсәһе парафин иретеп биргән, – ти белем усағының директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева.
– Мин физкультура, хеҙмәт дәрестәрен көтөп алам. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашырға тырышам. Ҡыш көндәре саңғыла шыуһам, йәйгеһен дуҫтарым менән урманға барып, саф һауала төрлө уйындар ойошторабыҙ. Шунан ағас япраҡтарын йыябыҙ. Тағы ла иң яратҡан шөғөлөм – йәйгеһен әсәйем менән еләк-емеш йыйыу. Бесәнгә йөрөүемде әйтеп тә тормайым, унда шул тиклем күңелле! Оҡшай ошо мәл. Унда бит тәүге сынығыу алаһың, – ти Наҙгөл.
Эйе, ысынлап та, һоҡланғыс ҡыҙ бала үҫеп килә. Матур итеп һөйләй, үҙен һәр саҡ ышаныслы тота. Шулай уҡ ул һүрәтте оҫта төшөрә, ҡатырғаларҙан төрлө хайуандарҙың һындарын эшләй. Сәйләндән дә төрлө балдаҡ, беләҙектәр теҙеп, дуҫтарына бүләк итә. Наҙгөл бешеренергә лә ярата. Әсәһенең уң ҡулы булып өлгөргән ҡыҙ төрлө-төрлө тәмлекәстәр әҙерләп, яҡындарын һыйлай. Бигерәк тә Баймаҡ яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡып йөрөгән Нияз ағаһы ялға ҡайтһа, дәртләнеп китә. Уға ниндәй генә бәлештәр бешермәй! Ағаһы маҡтай-маҡтай ашай икән.
Бөгөн Наҙгөл беҙгә лә пицца бешереү серҙәрен өйрәтә.
Кәрәк буласаҡ: ҡамыр өсөн ярты стакан һөт, ярты стакан һыу, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ сүпрә, 5 ҡалаҡ көнбағыш майы һәм самалап он. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫҡас, уны ярты сәғәткә ҡуйып торорға.
Эслегенә ике төрлө колбаса, сыр, соус, помидор һалырға. Барыһын үҙегеҙ самалағыҙ.