-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Диана бишбармаҡ бешерә

Диана Кәлимуллина – бар яҡлап та һәләтле һәм өлгөлө уҡыусы. Ул Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат- гимназияһының VII “Б”синыфында белем ала. Тел һәм әҙәбиәт фәндәрен ҡыҙыҡһынып уҡый, спорт ярата. Матур йырлай, бейей, мәктәптә үткәрелгән байрамдарҙың уртаһында ҡайнай. Дәрестәрҙән һуң ваҡыты булыу менән ҡул эштәре менән дә булыша.

Диана бишбармаҡ бешерә
Диана бишбармаҡ бешерә

Кәлимуллиндарҙы районда әүҙем, сәләмәт тормошто һөйөүсе, нәҫел ептәрен барлаусы ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Атай-әсәйҙәре бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырғас, балалары ла мәктәп, район ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Диананың яратҡан өләсәһе Вәрисә ханым да ейәнсәрен эшһөйәр итеп үҫтерергә, уға рухи тәрбиә бирергә тырыша.

 – Ейәнсәрем – минең дә ҙур ярҙамсым. Гел аш-һыу тирәһендә ихлас ярҙамлашып, һәр әҙерләгән ризыҡтың серҙәрен һорашып ҡына тора. Был ҡыҙыҡһыныу белем усағындағы технология уҡытыусыһы Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы Ваһапованан киләлер, тип уйлайым. Хатта ҡайһы берҙәрен үҙем дә ейәнсәрем аша өйрәнәм әле. Бергәләшеп өй йыйыштырабыҙ, йәйгеһен сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ.

Бишбармаҡ – ғаиләбеҙҙең яратҡан милли аш-һыу төрө. Уны төрлөсә бешерәбеҙ. Эре туҡмас шаҡмаҡтары менән өлөшләп теленгән ит өйҙәгеләремдең күңеленә хуш килә. Бишбармаҡҡа тигән туҡмасты ейәнсәрем үҙе киҫә. Һурпала һалма бер-береһенә йәбешмәһен өсөн  болғап та тора. Шулай икебеҙ әҙерләһәк, гел ризығыбыҙ тәмле һәм туҡлыҡлы була, Аллаға шөкөр.

Аяҡтарым һыҙлағанға күрә, мине йәлләп, бына шулай гел ярҙам итә. Үҙе лә эшкә өйрәнә, – ти Вәрисә ханым.

Диананың бишбармаҡ әҙерләү рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк буласаҡ: 1,5 килограмм һыйыр итҽ, 400 грамм картуф, 4 баш һуған, 2 йомортҡа, 500 грамм он, 2 балғалаҡ аҡ май, 350 грамм һурпа.

Иттҽ тоҙло, боросло һыуҙа бҽшҽрергә. Әҙер булғас, уны ҙур булмаған тигҽҙ киҫәктәргә турап, тәрән һауытҡа  һалып ҡаплап торорға кәрәк.

Һалма өсөн 2 йомортҡаға 2 аш ҡалағы һурпа ҡушып, ҡаты ғына итҽп ҡамыр баҫырға ла 10 минутҡа ҡаплап һалып торорға. Шунан ғына йәймә йәйергә. Уларҙы аҙ ғына киптҽргәс, 2 – 3 сантиметр киңлегендә таҫмаларға бүлҽп, дүрткҽл йәки ромб формаһында киҫергә. Кәстрүлгә һөҙлөк һалып, айырым-айырым һуғанды, уртаға бүленгән картуфты, йәймәләрҙҽ бҽшҽрергә. Шунан бешкән йәймәләрҙҽ тағы ла ҡыҙҙырылған аҡ майға манып, аралаштырып, тәрәнҽрәк һауытҡа һалырға. Артабан уның өҫтөнә ит, һуған, тирә-яғына картуф тҽҙергә һәм өҫтөнә эҫҽ һурпа ҡойорға. Йәшҽл тәмләткҽстәр мҽнән биҙәргә лә онотмағыҙ. Бишбармаҡ янына ҡорот булһа, ул тағы ла тәмле була.

 

З. ӘҘЕҺӘМОВА.

Ғафури районы.

Диана бишбармаҡ бешерә
Диана бишбармаҡ бешерә
Диана бишбармаҡ бешерә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: