+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
5 Октябрь 2018, 14:07

Салауат Юлаев менән осрашҡандай булдым

Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында ҙур ваҡиға – «Салауат юлдарынан» фильмының премьераһы булып үтте. Фойела алма төшөрлөк тә урын юҡ ине: халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, интеллигенция вәкилдәре, милли батырыбыҙ тураһындағы яңы фильмдың экранға сыҡҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алған милләттәштәребеҙ эркелеп килгәйне.

Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналинды Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёрҙары Морат Рафиҡов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров кәүҙәләндерҙе.
Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналинды Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёрҙары Морат Рафиҡов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров кәүҙәләндерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Баш­ҡортостан Кинематографистар союзының «Салауат юлдары буйлап» тигән проекты Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булғайны һәм ижади төркөм документаль фильм төшөрөү ниәте менән Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды һөргөнгә алып барған юл аша Өфөнән Палдиски ҡалаһына тиклем ара үтте. Илеш районы Үрге Йәркәйҙә, Миңзәлә, Ҡазан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Владимир, Мәскәү, Тверь, Бөйөк Новгород, Псков, Тарту һәм Таллинн ҡалаларында туҡталып, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүсе тарихсылар, музей, архив хеҙмәткәрҙәре, яҡташтарыбыҙ һәм халыҡ менән осрашып, батырыбыҙ тураһында яңы мәғлүмәттәр туп­ланылар. Һәр ерҙә милли күргәҙмә ойошторҙолар, баш­ҡорт кинематографистарының фильм­дарын күрһәттеләр. Нәҡ Салауат Юлаев тыуған көндә, 16 июндә, батырҙың һуңғы төйәге – Палдискиға барып еттеләр. Ижади төркөмдөң тари­хи сәйәхәтен күптәр интернет аша күҙәтеп барғандыр, моғайын.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләп, Салауат Юлаевтың үлгән көнөндә – 26 сентябрҙә фильмдың премьераһын күр­һәттеләр. Ул аншлаг менән үтте: кинотеатрҙың ике залы ла халыҡ менән тулы ине. Тулҡынландырғыс минуттар. Бына хәҙер беҙ фильм аша экспедиция ағзалары менән бергә батырыбыҙҙы мәңгелек һөргөнгә алып барған юлдан барасаҡбыҙ… Улар кисергәнде беҙ ҙә күңелдәребеҙ аша үткәрәсәкбеҙ. Ана, Ҡазан Кремле. Бында, университет типографияһында Руф Игнатьев яҙған Салауат Юлаев тураһындағы тәүге китап баҫылған. Ә Сыуашстандың Этнография үҙәгендә Таштар аллеяһы барлыҡҡа килде, унда Салауат Юлаев исеме яҙылған тәүге таш ҡуйылды.

Һәр ерҙә милләттәштәребеҙҙе ихлас ҡаршылайҙар, батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алалар. Экспедиция ағзалары Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй еренән килтерелгән тупраҡты ҡәҙерле бүләк итеп ҡабул итәләр.

Бына ваҡиғалар XVIII быуатҡа барып тоташа. Фильмдың нәфис өлөшө башлана. Экранда – Салауат менән уның атаһы Юлай Аҙналин. 1775 йылдың көҙө. Икеһенең дә ҡулдары бығауланған, танауҙары киҫелгән. Атай менән улдың һөйләшеүҙәре төшөрөлгән кадрҙар тулҡынландырғыс. Уларҙың үҙ диалектында аралашыуына ла иғтибар итмәй булмай. Кейемдәре лә «Сарби» ательеһы тарафынан нәҡ шул осорҙағыса итеп тегелгән. Беҙ, ысынлап та, Салауат һәм уның атаһы менән осрашҡандай булдыҡ. Күптәрҙең күҙҙәренә йәш эркелде. 21 йәшлек кенә Салауаттың ҡоллоҡта ҡалған ҡатыны менән улы өсөн әсенеүен, хатта атаһына ҡасырға тәҡдим итеүен тыныс ҡына ҡарап булмай. Ләкин был аҙым былай ҙа күтәрелештәрҙән, ауылдары яндырылыу­ҙан миктәгән туған халҡының хәлен тағы ла насарайтасаҡ шул. Их, шағир-импровизатор, ҡурайсы, белемле, бына тигән етәксе, көслө Салауатыбыҙ шул тиклем ҡаты язаға тарттырылмаһа, ниндәй ғүмер кисерер ине икән?! Тыуған еренән 2 мең ярым саҡрым алыҫлыҡта 25 йыл ғүмерен тотҡонлоҡта үткәреп, 46 йәшендә вафат була ул. Эстонияның дәүләт архивында, Тарту ҡалаһында, Салауат Юлаевтың үлеме тураһындағы документтың төп нөсхәһе һаҡлана икән. Быны ла фильмда күрһәтәләр. Тик батыр ерләнгән урын ғына билдәһеҙ әле…

Режиссёр Таңсулпан һәм сценарий авторы Зөһрә Бураҡаеваларҙың эше юғары баһаға лайыҡ. Фильмды ҡарағандан һуң милли батырыбыҙ тураһында тағы ла күберәк белеү теләге тыуа.

1776 йылда әбей батша Екатерина II, Салауат исемен телгә алмаҫҡа, тигән манифест сығара. Ә бына батыр тормошона бәйле тарихты иң күп белгән ғалим, әлеге фильмдың тарихи консультанты Мирас Иҙелбаев әйтеүенсә, сит илдәрҙә Салауат Юлаев шәхесен шул ваҡытта уҡ өйрәнеүселәр була. Тимәк, әлеге фильм яңы эҙләнеүҙәргә юл аса, тиергә мөмкин. Ә «Салауат юлдарынан» картинаһын мотлаҡ ҡарағыҙ, дуҫтар. Уны республика буйлап йөрөп күр­һәтәсәктәр.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
Читайте нас: