Быйылғы юбилей йылында гимназия коллективы был әҙәби премияға алты кешене лайыҡ тип тапты. Кемдәрҙеме? Уҡыу йортоноң үҫешенә, материаль-техник базаһын нығытыуға ҙур өлөш индергән, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты, «Урал» хәйриә фонды рәйесе Мортаза Рәхимовты, шағир исемен мәңгеләштереүгә күп көсөн һалған Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Булат Аҡмановты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ҡылысованы.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының был уҡыу йорто өсөн хәстәрлеген, изгелеген оноторлоҡ түгел. Ата-әсәләр, балалар, педагогик коллективтың хыялын тормошҡа ашырып, гимназияға өр-яңы бина һалдыра, спорт һөйөүселәргә ҙур бүләк яһап, «Шоңҡар» спорт комплексын төҙөтә.
Булат Ғайса улы, 40 йылдан ашыу уҡыусыларға математика фәненән белем биреү, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләү менән бер рәттән, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында бер урамға Рәми Ғарипов исемен биреү, Башҡортостандың халыҡ шағирына таҡтаташ асыуҙы хәстәрләй. Рәми Ғариповҡа арнап шиғри бәйгеләр, конференциялар ҙа ойоштороуға булышлыҡ итә.
Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы йыл һайын шағирҙың әҙәби мираҫын өйрәнеүсе «Рәми уҡыуҙары»н үткәреүгә көс һала. Конференция материалдары, кисәләр, «түңәрәк өҫтәлдәр» буйынса йыйынтыҡтар туплау, «Интернатым – пар ҡанатым» гәзитен сығарыу ҙа – уның телде һаҡлау буйынса алып барылған эштәре.
Ә гимназия уҡыусыларынан Гөлиә Солтанова, Азамат Йомағужин, Илдус Кирановтар премия алып шатланды.
– Был премия – минең кескәй генә хеҙмәтемә оло баһа. Уны алыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, алдағы көндәргә өмөт уята, дәрт бирә. Киләсәктә лә илебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерермен, тип уйлайым, – ти XI «Е» синыфы уҡыусыһы Гөлиә.
Ул – үҙе Сибай ҡалаһы ҡыҙы. Бында һигеҙенсе синыфтан алып белем ала, тик «бишле» билдәренә генә өлгәшә. «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы ла. Бейеүҙән тыш, фәнни эшмәкәрлек менән дә мауыға. Былтыр Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара конференцияла еңеү яулай, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында лингвистиканан призлы урын ала, төрлө юғары уҡыу йорттары үткәргән бәйгеләрҙә лә һынатмай. Гимназияла йыш ҡына «Айҙың иң яҡшы уҡыусыһы» исеменә лайыҡ булып тора.
XI «Д» синыфынан Азамат Йомағужинды бында химияны шәп белеүсе уҡыусы булараҡ маҡтайҙар. Ул был фәндән республика кимәлендә өс йыл рәттән призлы урындар ала. Спорт өлкәһендә лә егеткә тиңдәр юҡ, команда составында саңғы ярышы буйынса ҙур еңеүҙәр яулай.
XI «Е» синыфы уҡыусыһы Илдус Киранов та күптәргә өлгө булырлыҡ. Үҙен, бәлки, киләсәктә сәйәсмән итеп тә күрербеҙ әле. Ул белем усағында «бишле»гә генә уҡый. Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Еңел атлетика буйынса гимназия данын яҡлап, район, ҡала, республика кимәлендәге ярыштарҙан бер ҡасан да еңмәй ҡайтҡаны юҡ. Һәр ергә өлгөр егет футбол командаһы составында республика уйындарында ла һынатмай.
– Гимназия тормошо менән ҡайнап йәшәйем. Һәр үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашам. КВН уйындарын бик яратам. Үҙебеҙ ҙә дуҫ егет менән команда төҙөп, сығыш яһайбыҙ. Шулай уҡ бында мин парламент дебаттарында ла үҙемде һынап ҡараным. Бик оҡшаны. Йыл һайын гимназияла президент һайлайҙар. Унда еңмәһәм дә, күп нәмәгә өйрәнеп алдым, – ти ул.
Быйылғы премияны тапшырыу тантанаһына мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин, шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙиналар ҙа килгәйне. Улар премияға лайыҡ булыусыларҙы ҡотлап, күңелдән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Тантана «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеүҙәре, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле, балаларҙың йыр-моңдары менән үрелеп барҙы.
Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булыусыларҙы беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ.