-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
27 Сентябрь 2019, 13:10

Яңы китаптар исем туйланы

– Әкиәт тыңларға яратаһығыҙмы? – Эйе. – Ә уларҙы һеҙгә кем һөйләй? – Әсәй-өләсәйҙәр. – Китаптарҙан үҙегеҙ ҙә әкиәттәр уҡыйһығыҙмы? – Эйе, – тип дәррәү генә яуап биреп, ихлас тыңлап ултырҙы тамаша залына йыйылыусы башланғыс синыф уҡыусылары.


Был дүрт китап республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан баҫылған: «Урал батыр» башҡорт халыҡ әкиәте, урыҫса сәсмә телдә «Урал-батыр», шулай уҡ ике телдәге «Әкиәт иленә сәйәхәт». Һуң­ғыһы инглизсәгә лә тәржемә ителеп, донъя күрергә әҙер­ләнә.

Әкиәт китаптарының исем туйында Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең директоры Илһам Йәндәүләтов, фольклорсы-ғалимә, Башҡортостан Фәндәр академияһының маҡтаулы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә Нәҙершина, яҙыусы һәм тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов, рәссам Салауат Ғиләжетдинов, «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррир урынбаҫары Олия Ғиләжетдинова, шағирә, балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Әсәҙуллина, мөхәррир Рима Зәйтүновалар ҡатнашып, ҡыҙ­ҙар һәм малайҙарға иң изге, матур теләктәрен еткерҙе.

– Бөгөн нәшриәттә сыҡҡан китаптарҙы балаларға алып килеп күрһәтеү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Беҙ йыл һайын әсәй-өләсәйҙәрегеҙгә ошолай ярҙам рәүешендә әкиәттәр сығарып торабыҙ. Уларҙы алып уҡыр­һығыҙ, тип ышанабыҙ.

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле бик ҙур. Ул һеҙҙе яҡшылыҡҡа, изгелеккә өйрәтә. Шуға улар менән һәр ваҡыт дуҫ булығыҙ, – тине Илһам Миңлеғәли улы үҙенең сығышында.

Китаптар байрамында халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомарт­ҡыһы – «Урал батыр» эпосын сығарыуға күп көс һалған Фәнүзә Айытбай ҡыҙы телмәренән дә бик күпте белде балалар. Ул һүҙен донъяның өс мөғжизәһенән башланы. Тәүгеһен икмәк тип атаһа, икенсеһе – тәгәрмәс, өсөнсөһө – китап.

– Әгәр ҙә кеше тормошонда икмәк йәшәү сығанағы булһа, тәгәрмәс халыҡтарҙы, кеше­ләр­ҙе алға алып барырға, хәрәкәттә булырға өйрәтә, ә ки­тап барлыҡ халыҡтарҙың да рухи донъяһын байыта. Әкиәтте генә ҡараһаҡ, ул – үҙе бер бик тәрән, серле донъя. Яҡшы менән яманды айырырға, йәшәйештә булған бөтөн күренештәрҙе аңлатырға булышлыҡ итә. «Урал батыр» эпосын ғына алһаҡ та, башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә юл тигән төшөнсә барлығын күрәбеҙ. Шүлгән, мәҫәлән, хәрәмләшеүе арҡаһын­да насар юлдан киткән, ә Урал батыр үҙен ҡорбан итеп булһа ла, дөрөҫ юлды һайлаған. Һеҙ ҙә, балалар, әленән үк юл һайлау тигән төшөнсәне мейегеҙгә һеңдереп, изгелекле, илһөйәр булып үҫегеҙ, – тине ғалимә апай.

– Бәләкәй саҡта яҙыусылар Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа ғына йәшәй, тип уйлай торғайным. Баҡһаң, улай түгел икән. Әгәр һеҙ ҙә тырышһағыҙ, Урал батыр кеүек ҡыйыу, көслө бул­һағыҙ, бөтә уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашасаҡ. Минең үҙем өсөн дә «Урал батыр» эпосы менән осрашыу буй етмәҫлек булып тойола ине. Уны уҡыған һайын һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, яңы серҙәрен астым, – ти Айҙар Гайдар улы.

Ул, иң шәп һорау биреүсегә автографым менән китабымды бирәм, тигәс, залда ултырыусы балалар тағы ла йәнләнеп китте. Береһенән-береһе уҙҙырып, «Нисек китап сығараһығыҙ?», «Урал батыр»ҙы ҡасан уҡый башланығыҙ?», «Ярат­ҡан шағирығыҙ кем?», «Нишләп һеҙ яҙыусы булырға ҡарар иттегеҙ?» кеүек һорауҙарҙы яуҙырырға тотондолар. Ә вәғәҙә ителгән бүләккә IV «В» синыфы уҡыусыһы Роберт Юлтаев лайыҡ булып ҡыуанды.

– Бәләкәй саҡта СССР халыҡ әкиәттәрен яратып уҡый торғайным. Уларҙы гелән һүрәткә төшөргөм килә ине. Бала саҡта уҡыған әкиәттәр минең шәхесемде, холҡомдо формалаштырырға ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Шуға мин һеҙҙе китап уҡырға саҡырам. Ул донъя һарайы кеүек, – ти «Урал батыр»­ҙағы рәсемдәрҙе төшөргән Салауат Мөхәмәт улы.

Был китаптағы һүрәттәре үҙенсәлекле, матур килеп сыҡҡан. Авторҙың әйтеүенсә, эпос­ҡа арналған ижади эштәренән күргәҙмә лә ойошторған.

– Һеҙ күргән был китапты Мәләүез районында йәшәүсе Ғабдрафиҡ Мырҙашев тигән ағай алып килгән ине. Миңә күр­һәттеләр. Сығарабыҙмы, юҡмы, тиҙәр бит инде. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан донъя күрәсәк китаптар исемлегенә индерергә булдыҡ. Был һеҙгә бик таныш әкиәт, үҙе матур һүрәтле. Үҙ ғүмеремдә бер китап эшләнем, ул да булһа, «Урал батыр», тине Ғабдрафиҡ ағай. Әлеге әкиәтте 1956 йылда Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан Әхнәф Харисов тигән ғалимыбыҙ яҙып алған. Бына шунан алып яңынан-яңы китап булып донъя күрә килә, – тип һөйләне «Урал батыр» әкиәте тураһында Әлфиә Әсәҙуллина.

Гимназияла ойошторолған яңы китаптарҙың исем туйы бик йәнле, йәмле үтте. Күренекле апай-ағайҙарының һүҙҙәрен тыңлағандан һуң, уҡыусыларҙың әкиәт уҡырға, «Урал батыр» эпосы менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһынырға, киләсәккә матур уй-хыялдар ҡороп йәшәргә ынтылыштары уянғандыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: