Эйе, республика балалары өсөн сыҡҡан башҡорт телендәге берҙән-бер гәзиттең иң әүҙем, иң шәп яҙышҡан уҡыусыларын йыйып, поезд ҡайтып килә. Бик мәслихәт! Тырышып эшләгән кешене йыл аҙағында хөрмәтләп, бүләкләү йолаһы электән бар бит. Әле лә ошо изге эште башҡарыр өсөн поезыбыҙ сәфәргә юлланғайны.
Маршрутының беренсе станция-туҡталышы – «Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы». Унан Х синыф уҡыусыһы Шәүрә Хәсәнованы ултыртып алып, артабан Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сыҡтылар: туҡ-туҡ-туҡ, тыҡ-тыҡ-тыҡ! Поездың эсе лә геү килеп тора. Сөнки бында йыйылған әүҙем уҡыусылар быйылғы иң иҫтәлекле даталар, юбилейҙар, тантаналар хаҡында бер-береһе менән аралаша, ихлас һөйләшә. Береһе мөкиббән китеп гәзит сығара. Поездың икенсе осонда башҡорт теленә һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арнап флешмоб ойоштороп ебәргәндәр. Урта вагондарҙа бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләү буйынса бәйге бара. Уң яҡта гөж килеп спектаклдәрҙән өҙөк күрһәтәләр...
Ана, «Нефтекама» туҡталышында матур ғына бер ҡыҙ килеп инде. Ул – 6-сы мәктәптең VI «В» синыфы уҡыусыһы Ынйы Закирова. Беләм-беләм! Гәзиттең беренсе һанында мәҡәләһе сыҡҡайны, йыл буйына әүҙем булды. Яҙғандары уҡымлы ғына. Ҡыйыу фекерле. «Киләсәктән хаты» һоҡландырҙы. «Йылды нисек ҡаршылайһың, артабан да шулай була», – тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ысын, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ! Ынйы үҙенең мәҡәләләре менән быны иҫбатланы инде.
Әле ҡаршымда ҡулына ҡәләм тотоп, нимәлер яҙған һылыуҡай Сөмбөл Йосопова ултыра. Башына кейгән ҡашмауы үҙенә бигерәк килешеп тора. Учалы яҡтарының һылыуҡайы бит! Үҙе матур итеп бейей ҙә. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә VII синыфта уҡый. Юлда ла, мәктәптә лә, өйҙә лә – һәр ҡайҙа ла өлгөр. Редакцияға мәҡәләләрен тиҙ генә яҙып ебәрә һала. Бына тағы бер талант үҫеп килә Учалыла!
Әһә, маршрутыбыҙ әкренләп Ирәндек тауҙары яғына ыңғайлай. Яҡшы. Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан беренсе баш ҡалабыҙ Темәстә булып китергә күптән йыйына инек. Бына юлы төштө. Беҙгә, редакцияға, ошо яҡтарҙан матур йөкмәткеле хаттар күп килде. Юл ыңғайы Баймаҡ районының Билал мәктәбендә туҡталдыҡ. Бында беҙҙе VIII синыф уҡыусыһы Азалиә Нарынбаева ҡаршы алды.
– Киләһе – «Баймаҡ» туҡталышы, – тигән иғлан ишетелеп ҡалды түгелме?! Ә-ә! Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында VIII «В» синыфында бар яҡтан да өлгөлө бер ҡыҙ уҡый. Уның исеме – Йәнгүзәл Зәйнуллина. Быйыл Театр йылына арналған конкурсҡа видео төшөрөп тә ебәргән. Эйе, ҡулынан килмәгән эше, өлгөрмәгән ере юҡ! Видеоһын әйтәм әле, килештергән. Афарин!
Ошо баймаҡтарҙы һөйләй башлаһаң, һүҙең бөтмәҫ. Әтеү, үҙҙәре лә тырыш халыҡ бит. Гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусы булараҡ та баймаҡтар быйыл беренселекте бер кемгә лә биргәндәре юҡ! Әле лә бер райондан 2 уҡыусы бүләкләнергә тора бит һуң?! Эйе, эйе!
...Туҡ-туҡ-туҡ! Тыҡ-тыҡ-тыҡ! Ваҡыт тығыҙ! Беҙҙе данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы көтә. Унда Х «Б» синыфы уҡыусыһы Айгүзәл Вәлиева менән осраштыҡ. Был ҡыҙҙың да төрлө темаларға яҙған мәҡәләләрен, шиғырҙарын беҙ генә түгел, бар Башҡортостан балалары уҡып һоҡланды. Ҡәләме өмөтлө генә.
Бына ниндәй ҡыҙҙар-йондоҙҙар йыйылған поезға! Улар алдағы йылда яратҡан гәзитебеҙҙең оло юбилейын – 90 йәшен иҫтәлекле бүләктәр менән ҡаршылаясаҡ. Вәт, шәп!
Килеп еттек. Ана, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ҡаршы йүгерә:
– Сәләм бирҙек иң әүҙем, тырыш ҡыҙҙарға! Бер йыл буйына һеҙҙе һынаныҡ, бик ныҡ тырыштығыҙ, ижад емештәрегеҙ менән ҡыуандырҙығыҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштығыҙ! Бының өсөн һеҙ «Йәншишмә» гәзите редакцияһының иң мәртәбәле «Йәш хәбәрсе» исеменә лайыҡ булдығыҙ.
Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен! Матур-матур мәҡәләләр яҙып, «Йәншишмә»не ҡыуандырып тороғоҙ. «Йәш хәбәрсе» исемен алыу һеҙгә яуаплылыҡ та өҫтәй. Тимәк, тағы ла әүҙемерәк булырға, матурыраҡ яҙырға кәрәк инде, – тине Ҡыш бабай танытманы тапшырып.
Ур-а-а-а! Беҙҙең йәш хәбәрселәр тағы алтауға артты. Ҡотлайбыҙ, ҡыҙҙар!
Яңы йылда яңы уңыштар теләп ҡалабыҙ.