+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Ҡыҙыл китап" аманаты
29 Декабрь 2017, 18:11

Башҡорт солоҡ ҡорто

Йәшкелтем бал балғалаҡта –Әйтерһең дә, мөлдөр-мөлдөр,Мең-мең кәрәҙ күҙгә баға...Бер балғалаҡ балды йыйыр өсөн күпме тапҡырҙар оса сәскәле болондарға кескәй бал ҡорто?! Ундай уңғанлыҡ һәм фиҙаҡәр тырышлыҡ ҡырмыҫҡала ғына барҙыр, булһа ла.

Йәшкелтем бал балғалаҡта –

Әйтерһең дә, мөлдөр-мөлдөр,

Мең-мең кәрәҙ күҙгә баға...

Бер балғалаҡ балды йыйыр өсөн күпме тапҡырҙар оса сәскәле болондарға кескәй бал ҡорто?! Ундай уңғанлыҡ һәм фиҙаҡәр тырышлыҡ ҡырмыҫҡала ғына барҙыр, булһа ла.

Башҡорт солоҡ ҡорто – Тыуған илебеҙ данын донъяға еткергән тере хазина ул. Солоҡсолоҡ борон-борондан халҡыбыҙҙың милли кәсебе булған. Йөҙйәшәр ҡарағастарҙы ҡыуышлап әҙерләгән урындарға күс ҡундырылған һәм бал ҡорттары ике-өс быуат һуҙымында уның хужаларына затлы ризыҡ биреп тор­ған. Ғалимдар иҫәпләүенсә, бер солоҡтоң балы ете быуын нәҫеленә еткән!

Балдың файҙаһы хаҡында әйтеп тороу кәрәкме икән? Бәғзе илдәрҙә, мәҫәлән, Японияла, мәктәп балаларына көн дә уны ашаталар: кәре арт­һын, зиһене яҡтырһын өсөн.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, солоҡсолоҡта солоҡ балына әһәмиәт биреп еткерелмәй беҙҙә. Башҡорт солоҡ ҡорто ла (Бөрйән бал ҡорто тип тә әйтәләр) бик ныҡ кәмегән, хатта ки юғалыу алдында тора. Әммә был һирәк бал ҡортоноң генофондын һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә була әле. Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Күгәрсен, Йылайыр, Ишембай райондарында башҡорт солоҡ ҡорто күс айыра, ул күстәргә солоҡтар, түмәр умарталар әҙерләргә, күҙ-ҡолаҡ булырға, үрсетергә кәрәк.

Бөрйән бал ҡорто генофондын саф килеш һаҡлау сараһын да күрергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн уны башҡа төр бал ҡорттарынан, бигерәк тә көньяҡтан килтереп үрсетелгәндәренән, айырым мөхиттә, урман төпкөлдәрендә, йүкәлектә аҫрау хәйерле.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Читайте нас: