Алтай, Саян тауҙарында үҫә икән. Алтын тамырҙың ҡөҙрәтен халыҡ күптән белгән, уға арнап легендалар ҙа ижад иткән.
Дарыу өсөн тамырҙы июль аҙағынан сентябрь урталарына тиклем ҡаҙып алырға була, шунан һуң был урынға 10 – 15 йыл теймәҫкә кәрәк.
Башта алтын тамырҙы таҙарталар, күләгәле урында һулыталар. Артабан ҡәләм оҙонлоғонда киҫкеләп киптерәләр. Уны ағас һауытта йәки сепрәк тоҡсайҙа һаҡларға кәрәк.
Халыҡ медицинаһында алтын тамыр төнәтмәһе менән ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, йөрәк хәлһеҙлеген дауалайҙар. Ул көс, дәрт бирә, нервыларҙы нығыта.
Ирәмәл алтын тамырына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда юғалыу ҡурҡынысы янай. Ул һирәкләп кенә Ямантау, Ҡырҡты, Машаҡ тауҙарында осрай, Ирәмәлдә – дәүләт һаҡлағысында ҡурсалана.
Г. ЯҠУПОВА.
Фото: Яндекс.Дзен