Баҡсаларҙа бейек булып үҫә ул, төрлө төҫтәге эре сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра. Алтей үләне ана шул мальваның боронғо ҡәрҙәше була инде. Ҡырағай сәскә, тәбиғәттә һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.
Хәҙерге ваҡытта алтей үләнен түтәлдә бағып үҫтерәләр. Сөнки уның тамырынан эшләнгән дарыуҙар мөғжизәле көскә эйә.
Алтей үләне дымлы ерҙә, йылға буйҙарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа үҫә. Июль-августа аҡһыл ал төҫтәге яҫы бәбәкле сәскәләре хасил була.
Был ҡөҙрәтле үләндең тамырынан эшләнгән һарҡындыны ашҡаҙан, бөйөр ауыртҡанда, йүтәлләгәндә эсәләр.
Аптекаларҙа алтей үләненән эшләнгән мукалтин тигән дарыу һатыла, ул үпкәгә, тын юлдарына һалҡын тейгәндә, грипп, коклюш (быума, йүтәл) менән сирләгәндә ярҙам итә.
Г. ЯҠУПОВА.
Фото: ru-dachniki.ru