+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
17 Август 2021, 10:30

Мәрхүм йәне

Олатайымдың вафат булыуына ҡырҡ көн дә тулмаған әле.

Мәрхүм йәне
Мәрхүм йәне

Ул ҡайһы саҡта иҫерткес эсемлектәр менән мауығып ала торғайны.
Бер көндө инәйем мине йорттарында ҡалдырып торорға булды. Шылт иткән тауыш ишетелмәй. Шкаф өҫтөндә йыуылған рюмкаларҙың матур итеп теҙелеп ҡуйылғаны күҙгә ташлана. Аш-һыу әҙерләү менән мәшғүл булып йөрөйөм. Шомло тынлыҡты бер рюмка ғына боҙҙо. Ултыр­ған еренән үҙенән-үҙе шыла башламаһынмы! Инде төшөп ярыла инде тигәндә тотоп алып өлгөрҙөм. Аяҡ аҫтында нимәлер йөрөгәнен һиҙеп, ҡараһам – ҡара бесәй. Ҡотом осоп, ҡысҡырып ебәрҙем. Инәйемдәр үҙҙәре бесәй аҫырамай. Күршеләренеке лә юҡ. Ҡайҙан пәйҙә булған икән? Үҙемде тынысландырып, мине иркәләгән бесәйгә икмәк киҫәге һалдым. Ашап бөткәс, тиҙ генә сығарып ебәрҙем.
Кеше үлгәс, йәне оҙаҡ осоп китмәй йөрөй, тиҙәр. Ошо серле хәлдән һуң олатайым ҡара бесәй булып йортто ҡарап йөрөмәнеме икән тип уйлай башланым. Ғәжәп тә, серле лә шул донъя. Аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәләре күп.

Г. ИБРАЕВА.

Читайте нас: