+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
19 Август 2021, 12:00

Серле "игеҙәк"тәр

Элегерәк Прагала әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл була.

Трамвай тәгәрмәсе аҫтына ҡалып кеше һәләк була. «Ундай хәлдәр донъяла осрап тора инде», – тиерһегеҙ. Ваҡиғаның сере шунда: теге ир ике тамсы һыу кеүек 47 йәшлек трамвай йөрөтөүсе Иржи Глоубекҡа оҡшаған була. Үлгәндән һуң алған анализдар күрһәтеүенсә, ҡан төркөмө лә, кәүҙә төҙөлөшө лә Глоубектыҡы менән бер иш. Нәҡ уның игеҙәге инде бына.
Фажиғәнән һуң водителдең бар маҡсаты ошо кешенең туғандарын табып, кем икәнлеген асыҡлау була. Әммә кеҫәһендә бер документы ла табылмай.
Йәнә шуныһы: уны эҙләүсе бер кеше лә булмай. Бер исемлектә лә юғалған турист тураһында мәғлүмәт күренмәй. Һәләк булыусы ҡайҙандыр билдәһеҙлектән килеп сыҡҡан да трамвайҙан тапалған, тиерһегеҙ. Әммә тере кеше булған бит. Чех ҡанундары буйынса, уны ярты йыл үткәс билдәһеҙ, танылмаған булараҡ ерләгәндәр. Ерләүҙә бер генә кеше – теге трамвай йөрөтөүсе ҡатнаша. Ә бер йылдан Иржи Глоубек фажиғәле хәлде күтәрә алмай йөрәк өйәнәгенән вафат була. Нәҡ үҙенең «игеҙәге» үлгән көндө. Ә саҡ ҡына алдараҡ, һиҙенгән кеүек, ҡатыны менән һөйләшкәндә, уның ме-нән йәнәш күмеүҙәрен теләр инем, ти.
Был феномен тураһында фән кандидаты, психолог, ошондай хәлдәрҙе теркәп барыусы Филипп Ростовцев бына нимә ти:
– Был осраҡ, ысынлап та, «иге-ҙәк»тәр феномены булыуын иҫбатлай. Ҡорбандың портреты, үлгәндән һуң төшөрөлгән фотоһы, водитель фотографиялары, ҡан анализдары һәм ДНК бар. Өҫтәүенә, ике ир ҙә бер үк йәштә, мәйеттәрҙе ярып ҡарау ҙа икеһенең дә һаулыҡтары бер иш икәнлеген күрһәтә. Һөҙөмтәлә, һәләк булыусының кәүҙәһе тураһында бөтәһен дә беләбеҙ, әммә шәхесе билдәһеҙ.
Водителдең һыңары ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Кешенең «игеҙәге» хаҡында төрлө теориялар бар. Мәҫәлән, кеше урамда үҙенең үткән йәки киләсәктәге һыңары менән осрашыуы бар. Күптәр был сәйер хәлде психик көйһөҙләнеүгә ҡайтарып ҡала. Аномаль күренештәр яҡлылар, киреһенсә, рухтарҙың физик тәнгә инеүенә бәйләп, донъялар киҫешеүе тураһында яҙа.
Миңә Прага ваҡиғаһына оҡшаш документтар менән иҫбат ителгән тағы 4 факт таныш. Шуларҙың береһе: биш йыл элек Минскиҙағы психоневрологик диспансерға экспертизаға бер асарбаҡты килтерәләр. Уны милиционерҙар вокзалда тапҡан була. Шәхесен асыҡлап, һорау алырға теләйҙәр. Әммә теге ян-яғына ҡарана, яуап бирмәй, психик ауырыу кеүек ҡылана. Бер ни тиклем ваҡыттан ул дауаханаға тикшерелеүгә һалына. Шунда ҡыҙыҡ хәл була! Уны ҡырындырып, йыуындырып әҙәм рәүешенә килтергәс, психиатрик экспертиза бүлеге етәксеһе, доктор Н.дың абсолют «игеҙәге» икәнлеге күренә. Хөрмәтле психиатр, материалист, атеист докторҙың аптырауының сиге булмай. Осрашыу аҙна тирәһе дауам итә. Доктор үҙе тыуған Ленинградтағы бала табыу йорто архивын тикшерә: ысынлап та, игеҙәге булғанмы икән әллә тип. Әммә бушҡа ғына. Ә бер аҙнанан төндә был бүлектән енәйәтсе-рецидивист ҡаса, уның менән бергә теге «игеҙәк» тә табылмай. Ярты йыл үткәс доктор иһә инсульттан үлә.
Әммә «игеҙәк»тәр үлем хәбәр итә, тип кенә уйларға ярамай. Ҙур үҙгәрештәр алдынан да пәйҙә булалар. Францияла 12 йыл элек тимер юл фажиғәһе була. Госпиталгә эләккән берәүгә уның бергә вагонда килгән игеҙәк һыңарының һәләк булыуы тураһында хәбәр итәләр. Пассажир игеҙәге юҡлығын аңлатырға тырыша. Әммә табиптар мәйетханаға уны танырға барырға күндерәләр. Күҙ алдына килтерегеҙ: кешегә мәйет күр-һәтәләр, ә ул унда үҙен таный! Әлбиттә, үлгән «игеҙәк»тең шәхесе билдәһеҙ ҡала. Ә теге кеше – хәҙер эре француз банкыһының директоры.
Шуға оҡшаш осраҡ Австралияла ла була. Инде терминдарҙы асыҡларға ваҡыт: кеше – ул исеме, паспорты булған шәхес, ә уға абсолют оҡшаған икенсе кешенең шәхесе лә, сығышы ла билдәһеҙ. Уларҙың ҡайҙан килеүе лә сер.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: