Унда барыу өсөн кешеләр оҙаҡ ваҡыт махсус әҙерләнгән. Тик үренә берәү ҙә менә алмаған. Хатта тауҙың өҫтөнән осҡан самолёттарҙың приборҙары ла эшләүҙән туҡтаған.
Ә шулай ҙа уҙған быуаттың 90-сы йылдар аҙағында Америка альпинистары хыялдарын тормошҡа ашырған. Был көтөлмәгән ваҡиға була. Әммә улар, йәш егеттәр булыуға ҡарамаҫтан, алдағы ике йылда тиҙ генә ҡартайып, донъя ҡуйған.
Ҡайлас тауына яҡынлашыу менән кешеләрҙә сәйер, аңлата алмаҫлыҡ күренештәр күҙәтелә: аппетит юғала, уй-фекерҙәр бутала, бында килеү маҡсаты онотола.
Ғалимдарҙың һәр береһе әлеге мөғжизәне үҙенсә аңлатырға тырыша. Мәҫәлән, тикшеренеүсе, күренекле хирург-офтальмолог Эрнст Мулдашев Ҡайлас тау-пирамидаһын Ерҙең рухи үҙәге тип һанай.
Фото: cont.ws