Был йортта ике генә фатирҙың балконы быяла тәҙрәләр менән ҡапланмаған. Береһе – Зөбәржәт апай йәшәгән беренсе подъезда, икенсеһе – өсөнсө подъездың шул уҡ етенсе ҡатында һәм иң ситтәге фатирҙа. Ғәжәп, ҡала күгәрсендәре юҡҡа ғына Зөбәржәт апайҙың торлағын һайламаған: ул үҙе лә кешеләргә генә түгел, бөтә йән эйәләренә ҡарата ла изге күңелле, ихлас, йомарт, алсаҡ булыуы менән айырылып тора. Күрәһең, ҡоштар ҙа быны һиҙгән.
– Балкондағы тумбочка аҫтына ҡорғандар ояһын. Бер йыл бала сығарҙылар ҙа, инде башҡа килмәҫтәр, тиһәм, былтыр тағы төйәкләнеләр. Хәҙер бына балаларының балалары йомортҡа баҫа. Өсөнсө быуын күгәрсендәр – ейәндәре сыҡты инде үткән аҙнала, – тип һөйләй ул көлә-көлә.
Ҡошсоҡтарҙы айырыуса һеңлеһенең ҡыҙы Гүзәл күҙәтергә ярата. Уларға ашарына һала, һыу ҡойоп ултыртып ҡуя.
– Бәләкәс кенә ике йомортҡаһы бар ине. Ҡурҡытып ҡуймайыҡ, тип тәҙрә аша ғына күҙәтәбеҙ. Ата ҡош менән инә ҡош икәүләп алмашлап ултыралар. Береһе килһә, икенсеһе осоп китә. Бер тапҡыр тәҙрә аша ғына «Сәләм!» тип ҡул болғағайным, ҡурҡып осто ла китте. Фотоға төшөрөргә лә иткәйнем, шөрләтмәйем, тип кире уйланым, – ти Гүзәл.
III синыфта уҡыған ҡала балаһына, әлбиттә, былар ҡыҙыҡ бер тамаша инде: балконда күгәрсендәр бала сығарһын әле!
Зөбәржәт апай быйыл балконына быяла тәҙрәләр ҡуйҙыртырға уйлаһа ла, был эшен тағы кисектереп торорға булды. Ҡанаттарын нығытып, осоп китһәләр, бәлки, эшләтер ҙә. Ә шулай ҙа барыбер йәл күгәрсендәр. Күрәһең, улар бер-береһенә был урындың тыныс, һәйбәт икәнлеген, берәүҙең дә ҡамасауламауын, фатирҙа яҡшы кешеләрҙең йәшәүен хәбәр итәлер. Шулай булмаһа, өсөнсө йыл килмәҫтәр ине. Иң һуңынан балалары менән осоп китер алдынан балкон тимеренә ултырып гөрөлдәшкәндәрендә бигерәк моңһоу булып китә Зөбәржәт апайға. Ҡошсоҡтарға хәйерле юл теләп, тағы килегеҙ, тип ҡала. Ә тегеләр, гөр-гөр килеп, ҡунаҡсыл хужабикәгә үҙ телдәрендә рәхмәттәр әйтә.
М. АЗАМАТОВ.
Өфө ҡалаһы.