+5 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
1 Декабрь 2017, 16:20
Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ
Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында мәктәбебеҙҙә бик күп саралар үткәрелде.
Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында мәктәбебеҙҙә бик күп саралар үткәрелде. Тирә-яҡты һаҡлау эшенә уҡыусылар ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Ауыл, мәктәп биләмәһен таҙартыу буйынса өмәләр ойошторолдо. Мәктәп баҡсаһына үҫентеләр ултырттыҡ, экологик акцияларҙа ҡатнаштыҡ, асыҡ синыф сәғәте үткәрҙек. Унда тыуған еренә ерегеп, уның байлығын ҡәҙерләргә тырышып йәшәгән хеҙмәт ветерандарын саҡырҙыҡ. Синыф етәксебеҙ Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ғатауллина тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тураһында һөйләне. Ауылыбыҙҙа һаҡланырға тейешле тәбиғәт биләмәләре лә бик күп икән: Суҡташ, Бәбәләш тауҙары, Һаҡмар йылғаһы, Алдар батыр утары, Саҡмағош быуаһы… Был урындар – ауылдаштарыбыҙҙың байрамдар үткәргән, ял иткән ерҙәре.
Йәйге осорҙа сәйәхәттәргә лә йөрөнөк. Ғәҙелша шарлауығының матурлығына һоҡландыҡ, ә бына Талҡаҫ күленә барғас, унда тәбиғәттең бысраныуына борсолдоҡ. Дәрестәрҙә, синыф сәғәттәрендә тыуған төйәгебеҙҙе һаҡлау тураһында күп һөйләшәбеҙ, ләкин ошондай күренештәр аптырата. Ҡайһы бер уҡыусыларҙы матурлыҡты күрә белергә, тәбиғәтте һаҡларға әллә өйрәтмәйҙәрме икән? Беҙҙең мәктәп балалары был йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Яҙ еткәс, экологик акциялар үткәреп, Һаҡмар, Таулы йылғалары буйҙарын сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ҡый түкмәһендәр, тип күҙәтәбеҙ. Ни тиһәң дә, был урындарҙа үҙебеҙ рәхәтләнеп ял итәбеҙ, һыу инәбеҙ бит.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, тәбиғәтте һаҡлау эшендә ололар менән берҙәм булайыҡ, сөнки был – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Илүзә ЯҠУПОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ниғәмәт мәктәбе.
Читайте нас в