+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2017, 19:05

Илап ҡаршы алғайны, йырлап оҙатып ҡалды

Минең ғаиләм Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Йәйге каникулымды Тәтешле районының Гәрәбаш һәм Аҡсәйет ауылдарында үткәрергә яратам. Унда олатай­ҙарым менән өләсәйҙәрем бар. Беҙ уларға бесән әҙерләргә ярҙамлашабыҙ. Үткән йәйҙе лә ауыл һауаһы һулап уҙғарҙыҡ һәм, әлбиттә, «бесән операцияһы»нан да ситтә ҡалманыҡ. Ундағы бер көнөбөҙҙө яҙып үтмәксе булдым әле.

Минең ғаиләм Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Йәйге каникулымды Тәтешле районының Гәрәбаш һәм Аҡсәйет ауылдарында үткәрергә яратам. Унда олатай­ҙарым менән өләсәйҙәрем бар. Беҙ уларға бесән әҙерләргә ярҙамлашабыҙ. Үткән йәйҙе лә ауыл һауаһы һулап уҙғарҙыҡ һәм, әлбиттә, «бесән операцияһы»нан да ситтә ҡалманыҡ. Ундағы бер көнөбөҙҙө яҙып үтмәксе булдым әле.
Болон төрлө сихри тауыштар менән тулған: сут-сут, сут-сут, туҡ-туҡ. Урман эсендә кәкүк саҡыра: кәк-күк, кәк-күк, үлән араһында сиңерткә йырлай: сиң-сиң, йыраҡта трактор тауышы ишетелә. Эй, йәмле лә инде беҙҙең яҡтың тәбиғәте. Ана, тау башында минең олатай менән өләсәй бесән саба: сыж-сыж-сыжж… Миңә ҡалһа, уларҙан да оҫта сабыусылар юҡ һымаҡ. Олатайым үлән өлгөрөп еткәс кенә бесәнгә төшә. Улай итмәһәң, тәбиғәткә зыян килә, уның экосистемаһы боҙолорға мөмкин, тип аңлатты. Улар бесән сапҡанда мин сәй эсергә төрлө болон үләндәре йыям, ә әсәйем усаҡ яға.
Төш етте. Ҡояш та ныҡ ҡыҙҙыра башланы. Бесәнселәребеҙ һыуһын ҡандырырға төштө. Баҫыуҙа эскән сәй бигерәк хуш еҫле, тәмле, телде йоторлоҡ була. Шуға ла уның бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡал­ғанбыҙ. Көн эҫе, алып килгән эсәр һыу бөттө. Уйһыулыҡтағы әрәмәлектә инеш бар, тигәйне олатайым. Әсәйем менән сәйнүкте алып шунда киттек. Тиҙерәк һал­ҡын шишмә һыуы эсеп, һыу­һында­рыбыҙҙы баҫырға ине. Әсәйем уны саҡ эҙләп тапты. Тик инештән һыу алырлыҡ түгел икән. Ул үҙе беҙҙең ярҙамға мохтаж булып сыҡты. Тирә-яғы һынған ағас ботаҡтары, мал тиҙәге, сүп-сар менән тул­ған, юлына арҡыры бер ағас та ауған. Инеш һыҡтай ине, уға тиҙерәк ярҙам итергә кәрәк. Бөтөнләй ҡороп ҡуйыуы ихтимал. Әсәйем менән инештең тирә-яғын таҙарта башланыҡ. Беҙҙе юғалтып, олатай менән өләсәй ҙә килеп етте. Улар ҙа ярҙамға ашыҡты.
Бесән ҡайғыһы китте. Тырыша торғас, инештең тирә-яғын ялт иттереп ҡуйҙыҡ. Шишмәнең һыуы тоноп, ҡомо ултырғанын көтәһе генә ҡалды. Ял иткән арала олатай инештең исем-атамаһының килеп сығышы тураһында һөйләне.
– Был урын Ат-улаҡ болоно тип атала. Элек ата-бабаларыбыҙ бында аттарҙы һыу эсергән. Ысын булһа, инеш ҙур, ете күҙле, ә һыуы бик һалҡын булған. Ошонда һыу эсергәндә шишмәгә бер күк ат бат­ҡан, шунан һуң уны Ат батҡан шишмә тип атағандар. Әрәмә буйҙарында элгәре инештәр бик күп ине. Хәҙер ферма һыйырҙары йөрөгәс, ҡороп, ер менән тигеҙләнделәр. Етмәһә, нефть эҙләп, ерҙе йырып, тишеп бөтөрҙөләр. Эсәр һыу­ҙарыбыҙ бысрана. Был шишмә лә хәҙер бәләкәй генә ҡалған. Әүәлерәк бесәнселәр, көтөүселәр, атайымдар менән таҙартып тора инек. Бында килеп шәп иттек әле. Берҙән, шишмәне сафландыр­ҙыҡ, икенсенән, ҡыҙым, һин тәбиғәткә ярҙам ҡулыңды һуҙҙың, был – бик сауап­лы эш. Тәбиғәтте һаҡлау бурысын ошондайыраҡ бәләкәй эштәрҙән башлайһың инде. Тирә-яҡ мөхитте кеше үҙе бысрата. Завод-фабрикаларҙың ҡалдыҡтары һауабыҙҙы, һыуыбыҙҙы ағыулай, һауала парник эффекты барлыҡҡа килә. Климатыбыҙ аҡрынлап үҙгәрә, шуға ла төрлө катаклизмдар булып тора. Ер-әсәбеҙ бына шулай кешеләргә яуап ҡайтара. Бөгөндән үк экологиябыҙҙы ҡайғыртмаһак, киләсәк быуындарға ни ҡалыр? Хәҙер, әйҙәгеҙ, бисмиллаларыбыҙҙы әйтеп, шишмәнең һыуын тәмләп ҡарайыҡ.
Ысынлап та, шишмә һыуы бик һалҡын, тәмле икән. Рәхәтләнеп һыйландыҡ.
Көн кискә ауышты, ҡояш та һүрелде. Беҙ ғаиләбеҙ менән киләһе йылға ла инештең хәлен белеп торорға һүҙ ҡуйышып, өйгә ҡайтырға сыҡтыҡ. Мин тәбиғәтте яҡлап үҙ өлөшөмдө индергәнем өсөн эстән генә ифрат һөйөндөм.
Илап ҡаршылаған инешебеҙ, киреһенсә, сылтыр-сылтыр ағып, йырлап оҙатып ҡалды. Һау булып, саф булып тор, шишмәкәй! Алла бирһә, беҙ тағы килербеҙ!
Ынйы ЗАКИРОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
Читайте нас: