+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2017, 19:04

Нимә ул экобокс?

Рәсәйҙә Президент указы менән 2017 йыл Экология йылы тип иғлан ителгәйне, ә Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы булараҡ билдәләнде.

Рәсәйҙә Президент указы менән 2017 йыл Экология йылы тип иғлан ителгәйне, ә Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы булараҡ билдәләнде. Исемле йыл уңайынан хәл ителәһе төп маҡсаттар булып, һәр кешене экологик өлкәләге проблемалы һорауҙарға йәлеп итеү һәм илебеҙҙәге экологик хәүефһеҙлек торошон яҡшыртыу торҙо. Ә иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – ҡый ҡалдыҡтарының күпләп өйөлөүе.

Экологик белем һәм тәрбиә биреү әлеге көндә бик актуаль, шуға кү­рә уға нигеҙ балалар баҡсаһында уҡ һалынырға тейеш.


Беҙҙең Хәйбулла районы Баш­ҡорт­остандың бик үҙенсәлекле тәбиғәт биләмәһендә урынлашҡан. Еребеҙ тәбиғәт байлыҡтарына бай, шул уҡ ваҡытта уны юҡҡа сығарыусы сәбәптәр ҙә күп: ҙур сәнәғәт предприятиялары, кешелек факторы. Шуның өсөн дә Аҡъяр балалар баҡсаларында экологик тәрбиә биреү буйынса төрлө йүнәлештә эҙмә-эҙлелекле эштәр алып барыла. Ата-әсәләр менән үткәрелгән байрамдар, экологик өмәләр ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ғөмүмән, балалар баҡсаларында үткәрелгән бөтә саралар ҙа тәбиғәткә, тыуған еребеҙгә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. Мәҫәлән, 20 ноябрҙән 15 декабргә тиклем муниципаль кимәлдә иғлан ителгән эстафета ла экологик йәһәттән борсоған мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтелгәйне. Уның барышында Аҡъяр ауылының «Бәпембә», «Йәйғор», «Шатлыҡ» балалар баҡсаларында «Экобокс» проекты ла старт алды. Был проект әлеге көндә дәүләт һәм халыҡ тарафынан иғтибар бүленмәгән проблеманы хәл итеүгә ҡоролған. Хәүефле көнкүреш ҡалдыҡтары –терегөмөшлө һәм энергия һаҡлаусы лампалар, термометрҙар башҡа ҡыйҙар менән бергә ырғытылып, полигонға эләгә. Ә ул тирә-яҡ мөхиткә һәм халыҡтың сәләмәтлегенә ҙур зыян килтерә.

Экобокстың нимә икәнлеге тураһында сарала ҡатнашыусыларға районыбыҙҙың төҙөлөш архитектураһы һәм йәшәү менән тәьмин итеү бүлеге белгесе Айтуған Ишмөхәмәт улы Торошев ентекләп аңлатты. Уның һөйләгәндәрен кескәйҙәр ихлас тыңланы. Һорауҙарын да бир­ҙеләр.

Был проект сиктәрендә ойошторолған сарала «Бәпембә», «Йәй­ғор», «Шатлыҡ» балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре экологияға ҡур­ҡыныс янаусы ҡалдыҡтарҙың береһе – ҡулланылған батареялар­ҙың зыяны тураһында һәм тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләргә өндәгән шиғыр­ҙар һөйләне. «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары әҙерләгән «Батарея һәм сысҡан» әкиәте лә бик фәһемле булды. Уның сюжетында тәбиғәткә зыян килтереп, аҙашып йөрөгән батареяға тейешле урын табыла. Сөнки беҙҙең балалар экобокстың нимә икәнлеген яҡшы белә, шуға ла батареяға ярҙам итте.

Башҡортостан Республикаһында Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арнал­ған мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары араһындағы «Рәсәйгә һөйөүебеҙ һәм изге эштәребеҙ менән берҙәмбеҙ» эстафетаһын Аҡъяр ауылының балалар баҡсалары Степной ауылы биләмәһендәге балалар баҡсаларына тапшырҙы.

Сара күңелле флешмоб һәм Экобокстың: «Иҫегеҙҙән сығарма­ғыҙ! Был планетала һеҙҙең балалары­ғыҙ һәм ейәндәрегеҙҙең йәшәйһе бар! Уларҙың һаулығы тураһында ла уйлайыҡ. Үҙегеҙҙе, балаларығыҙҙы һәм бөтәбеҙҙең дөйөм йортобоҙ – Еребеҙҙе бәләкәй микробтарҙан – батареяларҙан һаҡлайыҡ!» – тигән мөрәжәғәте менән тамамланды.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы.

Читайте нас: