+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2018, 19:30

Матур ғаилә – ил күрке

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ул – беҙҙең бәләкәй генә дәүләтебеҙ, өйөбөҙ, атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Атай, әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

Һәр ауылда, ҡалала матур, өлгө алырҙай ғаиләләр бар. Күп бала тәрбиәләп
тә, үҙҙәренең эштәрен асып, балаларын да эшкә өйрәтеп, барыһына ла
өлгөрөп, бына тигән итеп йәшәй улар. Ундай ғаиләләрҙең башҡалар менән дә
уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе бар, әлбиттә. Шуны күҙ уңында тотоп, «Йәншишмә»
гәзите «Бәйләнештә» селтәрендәге «Балалар донъяһы» төркөмө менән
берлектә «Матур ғаилә – ил күрке» конкурсын иғлан итә. Унда
республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе уҡыусыларҙан матур, тәрән
йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Уңышлы тип табылғандары «Йәншишмә»
гәзите биттәрендә донъя күрәсәк. Конкурс еңеүселәре йыл аҙағында
билдәләнә. Ә иң яҡшы мәҡәлә өсөн «Балалар донъяһы» төркөмөнән кеҫә
телефоны бүләк ителәсәк. Конкурсты шағирә Гүзәл Ситдиҡова алып бара.
Читайте нас в