+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2018, 16:44

Ғаилә йылына арнап

Мәктәбебеҙҙә үткән «Атай, әсәй һәм мин – татыу ғаилә» конкурсы Ғаилә йылына арналды. Был ярыштан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ. Атайым, әсәйем һәм III синыфта уҡыған ҡус­тым Нуриман беҙҙең Көмөшҡоловтар ғаиләһе данын яҡланы. Шулай уҡ Ҡоланбаевтар, Ситдиҡовтар, Рыҫкилдиндар, Ҡарабаевтар һәр һынауҙа сәмләнеп көс һынашты, әүҙем ҡатнаштылар.

Бәйгене физкультура уҡытыусыһы Резеда Рәхмәтуллина ойошторҙо һәм ата-әсәләр комитеты ағзаһы Азамат Арыҫланов менән берлектә алып барҙы. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ярышта һәр ғаилә үҙенең төрлө яҡтан һәләтен күрһәтте.

Атайым иң оҫта картуф әрсеүсе тип танылды, әсәйем һикергестә шәп, етеҙ һикерҙе, ә Нуриман шарҙар шартлатыуҙа оҫталығын күрһәтте. Арҡан тартышыуҙа иң көслө ғаилә лә беҙҙекеләр ине. Мин Кө­мөш­ҡоловтар өсөн борсолоп та, ғорурла­нып та ултырҙым. Жюри дуҫлыҡ, татыулыҡ еңде, тип иғлан иткәс, әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләргә мәктәп етәкселеге тарафынан әҙерләнгән Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ә мәҙәниәт йорто директоры Хәмиҙә Ҡоланбаева бөтә ҡатнашыусыларҙы бүләктәре менән ҡыуандырҙы.

Мәктәптә үткәрелгән сараларҙа һәр ваҡыт аҡсалата ярҙам күрһәткән ауылыбыҙҙың фермеры Фаил Ҡоланбаевҡа ғаиләбеҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Йәмилә КӨМӨШҠОЛОВА, V синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Йәнйегет мәктәбе.
Читайте нас: