Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса Өфө районының Булгаков ауылында урынлашҡан «Ете тажлы сәскә» балалар баҡсаһында маҡсатлы эш алып барыла. Уларҙың тыл һәм хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыуҙары, «Зарница» уйынын уҙғарыуҙары матур йолаға әйләнде. Әле яңыраҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу үҫеп килеүсе быуында ил тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәш ватандаштарыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән асыҡ миҫал булып тора.
Байрамды кескәйҙәр ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Әҙерлек тә күпкә иртәрәк башланды. Балалар физкультура дәрестәрендә марш атлап өйрәнде. Еңеү көнөнә арналған сара Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының гимндарын тыңлау менән башланып китте. Өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре байраҡ алып сыҡты.
– Тарихта дәһшәтле һәм оҙайлы һуғыш тамамланыуға 73 йыл үтте. Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға тыныслыҡ өсөн көрәшкән олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең һүрәтен тотҡанһығыҙ. Шулай уҡ һуғышта ҡатнашҡан туғандарығыҙҙың исемен ҡулъяулыҡҡа сиктегеҙ. Уларҙы беҙ бергә ҡуша тектек. Бөгөн ошо туҡыма менән бер рәт үтәсәкбеҙ. Еңеү байрамы менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Был көн хәтерегеҙҙә ғүмерлеккә ҡалыр, тип ышанам, – тине тантананы асып «Ете тажлы сәскә» балалар баҡсаһы етәксеһе Юлиә Монастырева.
Өфө районы советы рәйесе Владимир Аристархов, райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова һәм Булгаков ауыл советы хакимиәте башлығы Александр Мельников та кескәйҙәргә байрам уңайынан тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Байрамға бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән олатай-өләсәйҙәр ҙә килгәйне. Бәләкәстәр уларға сәскә һәм бүләктәр тапшырҙы.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар етте. Майҙанға исемдәр сигелгән хәтер туҡымаһы сығарылды. Балалар ҙур ғорурлыҡ менән үҙҙәренең ҡарт олаталарының портреттарын тотоп атланы.
Бәләкәй булһалар ҙа, бындай сараның мөһимлеген аңлай улар. «Беҙ үҙебеҙҙең ҡарт олатайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ, һәр ваҡыт уларҙың Тыуған илебеҙҙе нисек һаҡлауын, ҡаһарманлыҡтарын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ», – тине балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Әминә Ғәниева.
Байрам иҫтәлеккә фотоға төшөү, «Һәр ваҡыт булһын ҡояш!» йыры менән тамамланды. Тыныс күккә йәйғор төҫлө төрлө шарҙар осоролдо.