Ә бына Баймырҙиндар шәжәрәһен миңә ҡарт өләсәйем Мәреүәт Баймырҙина һөйләне. Уға 82 йәш, әлеге ваҡытта Әбйәлил районы Юлдаш ауылында йәшәй. Аҡмырҙа – Баймырҙа – Мулләхмәт – Абдрафиҡ – Байрамғол – Хатип – Таһир – Салауат, Нәркәс. Шулай итеп, мин – һигеҙенсе быуын вәкиле.
Аҡмырҙа олатайым бик бай, етеш йәшәгән. Ҡуй-ҡуй һарыҡтары, көтөү-көтөү йылҡыһы булған. Уның улы Баймырҙа ла бик шәп донъя көткән. Иң ҙур күтәрмәле өйө ауылда уныҡы ғына булған. Был турала Юрий Здроговтың китабында яҙылған. Етеш йәшәү рәүеше ҡанға һалынған. Ҡарт олатайым Байрамғолдоң да иң тәүге төҫлө телевизоры ла, мотоциклы ла, машинаһы ла ауылда иң беренселәрҙән алына. Ул ғүмер буйы «Заветы Ильича» колхозында мал ҡараусы булып эшләй. Өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны, Социалистик Хеҙмәт батыры, тип яҙылған Әбйәлил энциклопедияһында.
Ҡарт өләсәйем Мәреүәт менән 6 бала тәрбиәләйҙәр. Биш малай: иң ҙуры – олатайым Хатип, артабан Әнүәр апа, Фәнил апа, Вәкил апа, Әсҡәт апа һәм бер ҡыҙҙары – Рәмзиә инәй. Минең олатайым Хатип менән өләсәйем Фәниәнең балалары икәү: атайым Таһир һәм ағайым Заһир. Олатайым милицияның Юғары мәктәбен тамамлай һәм 25 йыл буйы милицияла тәфтишсе булып эшләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Өләсәйем Фәниә май заводында оператор булып эшләгән, уның да миҙалдары бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйем дә, олатайым да мәрхүм булды. Улар беҙҙе ныҡ ярата ине.
Атайым олатайым кеүек милицияла эшләне, шәхси эшен асты. Әлеге ваҡытта таксиҙа йөрөй. Атайымды ныҡ яратам. Ул бер ваҡытта ла ауырымаһын, беҙҙе ҡыуандырып ҡына торһон, тип теләп кенә йөрөйөм.
Әсәйем Римма – Таһир Күсимов исемендәге гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Сәскә кеүек әсәкәйем матур ҙа, наҙлы ла… Уның бер минут та буш ваҡыты юҡ, эшендә лә, өйөндә лә етеҙ тейен кеүек. Тәмле аштары, бәлештәре менән һыйларға өлгөрә. «Уңған ҡатын ҡар аҫтында ҡаҙан ҡайнатыр», – ти ул. Миңә уның бигерәк тә ҡоймаҡтары оҡшай. Салаттар яһарға, тәмлекәстәр бешерергә әсәйемдән өйрәнәм. «Эшең минең өсөн булһа, өйрәнеүең үҙеңә», – тип әйтергә ярата.
Ағайым Салауат XI синыфты тамамлай. Яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа алдынғылыҡты бирмәй. Уның портфолиоһында Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-хисабы юҡ. Шуға мин дә тырышам. Ағайым оҫта итеп ҡурайҙа уйнай, бейей. Математика һәм тарих фәндәрен ярата, фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлгә таянып, атай-әсәй эшкә өйрәтә. Шуға күрә компьютерҙа ла соҡсона, машина ла йүнәтешә.
Мин дә ағайымдан ҡалышмайым, һигеҙенселә тик яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, сәнғәт мәктәбендә ҡыл-ҡумыҙҙа, фортепьянола уйнарға өйрәндем. Китап уҡырға әүәҫмен. Мәктәп китапханаһында уҡымаған китабым ҡалманы.
Ә Заһир ағайым Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында магистратурала белем ала. Бер үк ваҡытта Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында тарих фәненән уҡыта.
Әйткәндәй, республикала беҙҙең шәжәрәнән билдәле шәхестәр ҙә байтаҡ. Әсәйем Римманың атаһы, йәғни минең ҡартатайым Фәйзулла яғынан «Башҡортостан» гәзите мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев, «Ейәнсура таңдары» гәзите мөхәррире Мәғәфүр Ғиниәт улы Исмәғилев, билдәле эстрада йырсыһы, 60 телдә йырлаған йырсы Мәғфирә Ғәлиева, күренекле табип, Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире Рәүфә Йәнтилина һәм башҡалар. Беҙҙең шәжәрәлә атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, бейеүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре бихисап.
Өләсәйем Фәниәнең тамырҙары Яҡшымбәтовтарға тоташа. Зәки Вәлидиҙең ҡатыны Нәфисә Яҡшымбәтова, күренекле режиссёр Малик Яҡшымбәтов – беҙҙең аранан сыҡҡан мәртәбәле шәхестәр. Ғаиләбеҙ барлыҡ туғандарыбыҙ менән аралашып, ҡатышып йәшәй, Шәжәрә байрамдары, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараларын уҙғарабыҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙағы бихисап райондар: Әбйәлил, Ейәнсура, Нуриман, Ҡариҙел, Шишмә, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Ишембай, Өфө ҡалаларындағы барлыҡ туғандарыбыҙға һәр саҡ ишегебеҙ асыҡ. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, тип теләйем.
Шулай уҡ беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән төрлө ерҙәргә сәйәхәт итергә яратабыҙ, төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашабыҙ. «Иң күп китап уҡыусы» район бәйгеһендә беренсе урын алдыҡ.
Ғаилә – бик матур һүҙ. Уны бер дәүләт кеүек күрәм. Тәбиғәт көйһөҙ булып та ала, ә мин ғаиләмде тик ҡояш илендә генә булыуын теләйем. Сағыу ҡояшыма күҙ ҙә теймәһен, ҡара болоттар ҡапламаһын. Тик бәхетле, имен бала саҡ бар тормошомдо оҙата барһын. Атай-әсәйемдең йылыһы, иркәләп-һөйөүҙәре һәммәбеҙгә лә етә, бына шуның менән бәхетлемен. Минең кеүек донъяла һәр бала ата-әсәле булып үҫһен, тип теләйем. Ғаиләм – ҡәлғәм һәр саҡ ғәмле булһын, арҡаланыр рухи терәк-таяныс, зауыҡлы йыуаныс булһын.
Илемде, иңемде һаҡлай
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Хатымды тамамлайым, һин дә үҙеңдең ғаиләң тураһында минең кеүек ентекләп яҙырһың, тип ышанам. Бөтә туғандарыңа сәләм еткерәм.