-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2018, 14:56

Бәхет асҡысы – ғаиләлә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ғаилә ҡиммәттәренә арналған «Татыу ғаилә – ил күрке» тигән фестиваль үткәрелде. Ул бер нисә этаптан торҙо һәм йыл буйына барҙы. Яңыраҡ сараны «Ғаилә – бәхет асҡысы» тигән байрам менән матур итеп йомғаҡлап ҡуйҙылар.

Был юлы ла гимназияла уҡыусы балаларҙың атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре саҡырылғайны. Шулай итеп, тамаша залында педагогтар, уҡыу­сылар һәм ғаилә ағзаларынан тор­ған ҙур ғаилә йыйылды. Фестивалде ябыу тантанаһының I синыф малайҙарынан ғына торған хорҙың «Һәр ваҡыт булһын ҡояш!» йыры менән башланып китеүе шәп булды. Артабан кисәне гимназия уҡыусылары, артист атай-әсәйҙәр сығыштары биҙәне.

Был көндө гимназияның иң матур ғаиләләрен төрлө номинацияларҙа бүләкләнеләр. «Иң татыу ғаилә», «Иң ижади ғаилә», «Иң егәрле ғаилә», «Социаль әүҙем ғаилә» һәм башҡалар. Шәп ғаиләләр күп, әлбиттә, шуларҙан иң-иңдәре генә һайлап алынған. Улар араһында «Өлгө ал!» республика конкурсы еңеүселәре Зәйнетдиновтар ҙа бар ине.

Ғаилә йылы тамамлана. Әммә был бәләкәй дәүләт һәр саҡ һаҡлауға, ҡурсалауға мохтаж икәнен һәр кем аңлай. Сөнки «Ғаилә – бәхет асҡысы» бит.

Э. РӘШИТОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: