+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль 2019, 15:33

Һоҡланғыс тамаша!

Атай-әсәйҙәребеҙ, уҡытыу­сыларыбыҙ менән Ҡырғыҙ-Миә­кәләге мәҙәниәт йортонда Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәре буйынса Милли йәштәр театры артистары тарафынан ҡуйылған спектакль ҡараныҡ.

Тамашасыларҙың күбеһе мәктәп уҡыусылары ине. Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яратып уҡығайныҡ, спектаклендә лә булып, күңелдәргә шатлыҡ тулды. Артистар араһында яҡташыбыҙ Венер Камаловтың да булыуы беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Геройҙар менән көлөштөк, ҡыуаныштыҡ, хатта илап та алдыҡ. Бик килештереп, оҫта уйнанылар, онотолмаҫ хәтирәләр алып ҡайттыҡ.
Театр йылында үҙебеҙҙең матур ҙа, һоҡланғыс та телебеҙҙә бындай тамаша ҡарауы – оло кинәнес. Артистар менән күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.
Рәхмәт һеҙгә, ағай һәм апайҙар, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Наҙгөл ЯНЫШЕВА, IV синыф уҡыусыһы.


Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.
Читайте нас: