+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2019, 13:03

Ҙур юғалтыу кисерҙе халҡыбыҙ

Ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаев арабыҙҙан мәңгелеккә китеп бар­ҙы. Бөйөк шәхес, әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы, билдәле ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почётлы граж­даны, үткер ҡәләмле публицист ине. Бәхил бул, шағир, һине халҡың бер ҡасан да онотмаҫ.

Мәңгелектең асты ишеген
Бикбай киткән... Ҡабул итмәй күңел,
Еңел түгел ҡабул итеүе.
Мөмкин түгел!.. Юҡ, юҡ, мөмкин түгел
Арабыҙҙан Уның китеүе.
Беҙҙең менән булды һәр саҡ шағир,
Беҙҙең менән ғүмер итәсәк.
Беҙҙән һуң да Уны килер быуын
Киләсәккә алып китәсәк.
Бикбай булды, бар һәм буласаҡ ул, –
Йөрәгендә йәшәй кешенең!
Юҡ, үлмәне шағир! Ул бары тик
Мәңгелектең асты ишеген.
Салауат ӘБҮЗӘР.
Читайте нас: