+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2019, 05:54

Йәшәү өсөн көрәш

Хикәйә– Шәберәк булығыҙ инде! Ҡыуып етә бит! – Әсәйем тын да алмай һыуыҡ ҡар өҫтөнән алға саба.

Ҡаса торғас, беҙҙең дә аяҡтар талды инде. Туҡтап то­рор­ға ваҡыт юҡ.

– Әсәй, ул артта тороп ҡалды! – Ҡустым мыжыңҡырай, бигерәк бәләкәй шул әле. Оҙаҡ йүгерә алмай, бара бирә лә ҡарға сума ла ҡуя.

Тын етмәй. Аяҡтар ҙа арыны. Кеше күҙенә күренмәй йүгерер өсөн шырлыҡ ағастар ҙа йә ҡая, тау-таш аралары ла күҙгә салынмай. Бөтә тәбиғәт беҙгә ҡаршы кеүек тойола. Боролоп ҡарағас, беҙҙең арттан тағы ла йүгереп килеүселәр күҙгә ташланды. Улар араһында ми­нең әхирәтем дә бар. Уның ауыҙынан эҫе, ҡуйы пар сы­ға, ә күҙҙәрендә шомло бушлыҡ.

Ҡапыл мылтыҡ атҡан тауыш бөтә урман буйлап яңғыраны.

– Әсәй, улар беҙҙе ҡыуып етһә, ни булыр?

– Ҡыуып етмәйәсәктәр, – тине әсәйем ҡаты итеп. Ә үҙенең күҙҙәренән эркелеп йәш аға.

– Улар беҙҙе үлтерәсәктәрме? – ти ҡустым ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауыш менән.

– Әгәр ҡыуып етһәләр, улар беҙҙе...

«Ба-бах!..» Әлеге ҡот осҡос яңғыраған тауыш барыбыҙҙы ла ҡурҡытты. Әсәйем дә йөҙө менән ҡарға ауҙы.

– Әсәй, тор инде, хәҙер бит ҡыуып етәләр... Ул ятҡан ерҙәге ҡар ҡуйы ҡара-ҡыҙыл төҫкә инеп, ирей башланы.

– Әсәй!

– Ҡасығыҙ, йән киҫәктәрем! – тине ул хәлһеҙ генә. Әсәйебеҙҙең тәнен ҡан ҡап­лап, бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалып, күҙҙәрен йомдо.

– Әсәй! Әсәкәйем! Әсәй... Ләкин һуң ине. Ул бер ни ҙә өндәшмәне.

Кешеләр... Ниңә генә улар беҙҙе йәлләмәй, ниңә шулай таш бәғерле һуң үҙҙәре? Беҙ бер ниндәй ҙә зыян эшләмәнек тә.

Ни тиклем арыһаҡ та, йәшәүгә өмөт итеп, әсәйебеҙҙе ҡалдырып булһа ла, тағы алға ынтылдыҡ.

– Ох, әйттем бит тейҙе, тип! Кем мәргән? Ә? – тип маһай­ҙы һунарсы.

– Шә-әп. Ҡатыныма бынамын тигән башлыҡ тектереп бирәсәкмен, вәт, – тине икенсеһе.

– Ҡара әле, Ильяс! Бында бәләкәй генә эҙҙәр ҙә бар түгелме?

– Балалары булырға тейеш. Йүгерҙек арттарынан! Был яман тауыш урман буйлап шаңдау булып яңғыраны.

...Ә был ваҡытта тындары бөткән ике төлкө балаһы, йәштәрен йотоп, бар көстәренә әжәлдән ҡасып китеп бара ине...

Мәликә МАЛИКОВА.
Бөрйән районы,
Яуымбай мәктәбе.

Читайте нас: