+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
11 Май 2019, 06:18

«Добрый бабай» тип йөрөткәндәр

Һуғыш! Ошо биш хәрефтән торған һүҙҙә әллә күпме ҡан, үлем, ҡайғы-хәсрәт, кешеләрҙең яфа-ғазаптары, емереклектәр, уңалмаҫ яралар...

Һуғыш… Ҡыйралған яҙмыштар, селпәрәмә килгән хыялдар. Ошоларҙы хәтерҙән юйып ташлап буламы һуң?! Юҡ!

Ул йылдар бер ҡасан да онотолмаҫ! Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ете тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтте. Илебеҙҙә уның ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ. Ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ғаиләне лә ситләп үтмәгән. Был яуҙа минең ҡартатайым, йәғни әсәйемдең ҡартатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы кавалерисы Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы Арыҫланов та ҡатнаша.

Ул 1910 йылда Йәнтеш ауылында донъяға килә. Бик йәшләй генә етем ҡала. Шулай ҙа яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, буй еткереп, егет ҡорона инә. Ҡартатайым бәләкәйҙән мал йәнле була, ат ҡараусы булып эшкә төшә. Өйләнеп тормош көтә генә башлағанда мәрхәмәтһеҙ һуғыш башланып китә. Ҡатынын, өс балаһын ҡалдырып, ғаилә башлығы фронтҡа китә.

Улдарым һәм ҡыҙҙарым, тип

Оран һалғас та Ватан.

Арғымағын менә һалып,

Яуға сапҡан ҡартатам...

«Ҡылыстар ялтыратып» тигән был шиғырҙы әсәйем Еңеү байрамына арналған митингыла уҡыһа, хәҙер уны мин дә ғорурлыҡ менән яттан һөйләйем. Эйе, һуғыш юлдарын ҡартатайым Башҡорт атлы дивизияһы составында үтә. Ул батырҙарса һуғыша. 1945 йылдың 20 ғинуарында ҡаты яралана һәм өсөнсө төркөм инвалиды булып ауылына ҡайта. Дәһшәтле яу юлдарын үткән ҡартатайымды тыуған өйө ҡай­ғылы хәбәр менән ҡаршылай: ҡатыны һәм улы үлгән була.

Оҙаҡ көттөрмәй Еңеү яҙы килә. Еңеү залпы яңғыраған, шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, «Бер күҙенән – шатлыҡ йәше, икенсеһенән ҡайғы йәше тамған» май айы ла етә. Еңеү һалдаты бирешеп ҡалмай, үҙе кеүек үк етем үҫкән, ире һуғыш яланында һәләк булған Әминә ҡартәсәйемә өйләнә. Улар татыу ғүмер итә, өс бала үҫтерә. Ҡартатайымдың тәүге ҡатынынан булған балаларҙы ла бергәләп аяҡҡа баҫтыралар. Ҡартәсәйем Әми­нә Минһажетдин ҡыҙы – тыл ветераны. Һуғыштан һуң ауылды тергеҙеү эшендә лә һынатмаған ҡартатайым. Оҙаҡ йылдар колхоз аттарын ҡарай.

Ҡартәсәйем һөйләүенсә, ҡартатайым бик яҡшы күңелле кеше була. Берәүгә лә насарлыҡ эшләмәгән, тупаҫ һүҙҙәр әйтмәгән. Бер йыйында ниндәйҙер тауыш ҡупҡас: «Тәм-һеҙләшмәйек әле, ағай-эне, добрый килдек, добрый ҡайтайыҡ»,– тигән. Шуғалыр ҙа инде аҙаҡ барыһы ла уны «Добрый бабай» тип кенә йөрөткән.

Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Күп кенә Маҡтау грамоталары, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, үҙе тере саҡта өйөнөң ҡапҡаһына ҡаҙаҡланған «Был өйҙә атҡаҙанған колхозсы йәшәй» тигән яҙыу ҙа уның ысын мәғәнәһендә хеҙмәт кешеһе икәнен раҫлай.

Ҡәҙерлебеҙ 76 йәшендә яҡты донъя менән хушлашһа ла, күңелебеҙ түрендә ул һәр саҡ йәшәй. Районыбыҙҙа Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуҙың 70 йыллығын билдәләп үткән саҡта ҡартатайым Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы Арыҫланов тураһында ла иҫкә алып кителә.

Мин ҡартатайым һәм беҙгә яҡты киләсәк, матур тормош бүләк иткән батырҙарыбыҙ менән ғорурланам. Улар алдында баш эйәм. Ер йөҙөндәге иң ҡиммәт нәмә – ТЫНЫСЛЫҠ өсөн оло рәхмәтемде әйтәм.

Алтынай МОТАЛОВА,VIII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,Йәнтеш мәктәбе.

Читайте нас: