+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
12 Июль 2019, 14:05

Милли матбуғат – ул милләт мәртәбәһе

Күп йылдар элек республикабыҙ балалары һәм йәштәренең ярат­ҡан гәзиттәренә арнап «Йәншишмә» менән «Йәшлек» тигән акрошиғыр яҙғайным. Шиғыр юлдарындағы тәүге хәрефте бер-бер артлы ҡушып уҡыһағыҙ, шул шиғыр исеме килеп сыға ла инде. «Йәншишмә»гә арналған өс строфаһын килтереп үтәйем:

Йәнгә яҡын йәш дуҫтарым –

Әлдә һеҙ бар донъяла.

Нурҙар бөркә «Йәншишмә»беҙ,

Шәфәҡтәрҙән моң ала.

Илдең иң шәп балалары

Шул гәзитте алдыра,

Мин дә хатта алтмышымда

Әле һаман «Йәншишмә»гә


Мөкиббән киткән булам.

Еребеҙҙең мөғжизәһе –

Ниндәйен шәп шишмә ул,

Әллә күпме батыр заттар

Нәҡ шул һыуҙы эскәндер.


Ысынлап та, тәнгә дауа, йәнгә шифа тере һыу кеүек ул беҙҙең «Йәншишмә»беҙ. Күпме быуын балалары шул гәзитте уҡып, шунан фәһем һәм илһам алып үҫте. Күпме быуын, тигәс, иҫкә төшөрөп үтәйем: киләһе 2020 йылда 90 йыл тула уның сыға башлауына. Башта ул «Йәш төҙөүсе» тип атала, ә бына минең йәштәштәрем өсөн ул «Башҡортостан поинеры» булды. Беҙҙең быуын яҙыусылары иң тәүге мәҡәләләрен, шиғырҙарын, хикәйәләрен нәҡ бына шул гәзит биттәрендә, шулай уҡ үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналында баҫтырҙы. Йәғни буласаҡ журналистарға, әҙиптәргә был баҫмалар ысын мәғәнәһендә ижадҡа юл асты. Беҙҙең дәүерҙә балалар матбуғатында өлкән әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәре йыш баҫыла торғайны. Башҡорт балалар әҙәбиәте ошо баҫмалар менән бергә үҫте, яңынан-яңы бейеклектәргә күтәрелде. «Башҡортостан пионеры»нда, «Пионер»ҙа фәндең, ғилемдең төрлө тармаҡтарында эшләүсе абруйлы белгестәр ҙә бик әүҙем яҙышты. Айырыуса тыуған тәбиғәтебеҙгә, тәбиғәтте һаҡлауға, хайуандар, үҫемлектәр донъяһына арналған мәҡәләләрҙе балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып баралар ине. Күренекле биолог-ғалим, беҙҙең матбуғаттың әүҙем авторҙарының береһе Борис Миркиндың (хәҙерге ваҡытта ул – биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы) бер мәлде: «Башҡортостан пионеры» – республикалағы иң яҡшы гәзит», – тип күтәрмәләп ебәргәне хәтерҙә ҡалған. Бына шундай бай тарихлы гәзит бит ул «Йәншишмә». Баҫма, үҙенең традицияларына тоғро ҡалып, элеккегә ҡарағанда ла күркәмерәк, уҡымлыраҡ була бара. Быға хәҙерге полиграфия мөмкинлектәре, гәзит-журналдарҙың төҫлө, йәмле итеп баҫылыуы ла булышлыҡ итә. Балаларҙың үҙҙәренең әүҙем яҙышыуы иһә баҫмабыҙҙың абруйын тағы ла күтәрә. Һуңғы бер-ике йыл эсендә бына «Тарих яҙабыҙ» тигән рубрика менән ер-һыу атамаларына арналған күп кенә ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Уҡыусы балаларҙың туған телебеҙ, топонимика серҙәрен өйрәнеүгә етди ҡарауы, был йәһәттән үҙ-үҙҙәренә талапсан булыуы ҡыуандыра. Улар араһынан киләсәктә тыуған республикабыҙға, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итерҙәй тел, әҙәбиәт, тарих һәм, әлбиттә, топонимика белгестәре сығыр, тип ышанам.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башлап милли матбуғатыбыҙ донъяһында ла ҙур үҙгәрештәр булып үтте. Кескәйҙәребеҙ өсөн «Йәншишмә» менән йәнәш тәү ҡарауҙан уҡ күҙҙең яуын алып торорҙай «Аҡбуҙат» журналы өйҙәребеҙгә килеп керҙе. Йәштәребеҙҙең үҙ журналы, үҙ гәзите – «Шоңҡар», «Йәшлек» бар хәҙер. Ғәжәп ҙур байлыҡ, оло ҡаҙаныш бит был! Республикабыҙҙың күп тырышлыҡ, фиҙакәрлек арҡаһында яулап алынған мөстәҡиллек емеше улар. Шуның ҡәҙерен беләйек, уҡып барайыҡ, таратайыҡ, дуҫтар! Милли матбуғат – милләтебеҙҙең оло мәртәбәһе, шуны бер ваҡытта ла онотмайыҡ.

Рәшит ШӘКҮР, күренекле шағир, ғалим.
Читайте нас: