Республикала ауыр хәлдә ҡалған, атай-әсәйе менән уртаҡ тел таба алмаған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ошондай ҡотҡарыу утрауы булыуы бик кәрәк, тимәк.
– Беҙҙең «Ғаилә» үҙәгенең 13 бүлексәһе бар: «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһы, Иглин, Нуриман, Шишмә, Благовар, Архангел райондарында һәм Благовещен ҡалаһында. Социаль приюттар һәм үҙәктәр. Был социаль ҡунаҡхананы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ярҙамы менән 2018 йылдың 1 ғинуарынан астыҡ. Сөнки Балалар ышаныс телефонына килгән шылтыратыуҙарға анализ яһап, атай-әсәйҙәр менән үҫмерҙәр араһында килеп сыҡҡан киҫкен мөнәсәбәттәрҙе хәл итергә, балаларға йәмғиәттә йәшәргә ҡулайлашырға ярҙам итергә кәрәк икәнен аңлағайныҡ. Шулай уҡ «Ғаилә усағы» тигән клуб астыҡ. Төп бурысыбыҙ – бала һәм атай-әсәй араһындағы мөнәсәбәтте көйләү, ғаиләләрҙә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү, – ти «Ғаилә» район-ара үҙәгенең директоры Миләүшә Мырҙағәлина.
Әйткәндәй, «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһы һәм «Ғаилә усағы» клубы проекттары «Вектор – бала саҡ – 2019» Бөтә Рәсәй конгресында иң яҡшыһы тип табыла.
Социаль ҡунаҡхана 18 кешегә иҫәпләнгән. 2018 йылда унда 11 – 18 йәшлек 91 үҫмер йәшәп киткән. Ярты йыл торорға мөмкин. Мохтажлыҡ булһа, оҙаҡҡараҡ та ҡалалар. Мәҫәлән, Алёша исемле үҫмер йыл ярым йәшәгән. Әсәһе үлгәс, уның бер документы ла, бер туғаны ла табылмай. Мәктәптә лә уҡымаған. Йәшен билдәләр өсөн әллә күпме медицина-тикшереү экспертизаһы үткәрәләр, шунан уға 18 йәш бирәләр. Ошонда экстерн менән башланғыс мәктәпте тамамлай. Әле егет – Әбйәлилдәге балалар йортонда. Унда Алёшаға белем һәм һөнәр алырға ярҙам итәсәктәр.
Социаль ҡунаҡханала опека һәм попечителлек органдары аша, атай-әсәйҙәрҙең ғаризаһы менән, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың акттарына ҡарап ҡына түгел, үҙ теләктәре менән өйҙәренән ҡасып килеүселәр ҙә бар. Иң мөһиме: ауыр хәлдә ҡалған үҫмерҙәр бында изге күңелле педагогтар, психологтар ҡулына килеп эләгә һәм бөтә яҡлап ярҙам ала.
Ниңә өйҙәренән китергә мәжбүр булалармы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда айырылышыуҙар күп. Ҡайһы бер өлкәндәр үҙҙәре тураһында ғына уйлай, ғәҙәттә, балалар әсәйҙәре менән йәшәргә ҡала, шул саҡта ҡатын кеше, минең дә шәхси тормошом бар, тип икенсе ят ирҙәрҙе өйҙәренә килтерә башлай. Балаһына иғтибар кәмей. Теге ир үҫмерҙе һыйҙырмай, ҡыйырһыта. Шунан китә өйҙән сығып китеүҙәр... Енси яҡтан үҙ ғаиләһендә көсләүгә дусар булған ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел. Шуныһы аяныслы: енәйәтсе ирҙәр уларға был турала һөйләмәҫкә ҡуша, алдап, был тәжрибә һиңә кәрәк буласаҡ бит, тип ышандыралар икән. Бер аҙ ҙурайғас ҡына, 15 – 16 йәштәрҙә, был ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡорбан икәнен аңлап ҡала һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Ҡарап торғанда, бына тигән ғаиләләрҙә лә аңлашмаусанлыҡтар килеп сыҡҡылай. Бәлки, улай тип әйтеп тә булмайҙыр, дөрөҫөрәге, балаға айырым шәхес тип түгел, ә шәхси әйберең тиеберәк ҡараусылар бар. Мәҫәлән, бер ҡыҙ IX синыфты бөткәс, һәләтенә ярашлы үҙе теләгән уҡыу йортона документтарын тапшырған өсөн әсәһенән хуплау тапмай. Уныһы ҡырҡа ҡаршы була, йәнәһе лә, ҡыҙы үҙе һайлаған һөнәргә уҡып, күп аҡса эшләй алмаясаҡ, тәүҙә XI синыфты тамамлайһың, шунан икенсе һөнәргә уҡыясаҡһың, ти. Документтарын барып алып, мәктәпкә яңынан тапшыра, әммә бығаса яҡшы өлгәшкән ҡыҙҙың уҡыуы насарая. Аҙаҡтан икенсе ҡалаға үҙе һайлаған һөнәр буйынса уҡырға инә. Күпме һаулыҡ ҡаҡшай, нервы бөтә. Өлкәндәр балаларының матур, изге теләгенә шул тиклем ҡаршы килмәһен ине.
Тағы бер малайҙың тарихы тетрәндерҙе, ныҡ эсте бошорҙо. Ул IX синыфты тамамлаған, социаль ҡунаҡхананан үҙ өйөнә ҡайтырға теләмәй. Баҡһаң, әсәһе ҡул күтәрә икән. Бындағы мөхит үҫмергә бик оҡшай: тыныс, хәстәрлекле, йылы ҡараш, өлкәндәрҙең гел ярҙам итергә әҙер тороуы. Үҙе Өфөнән булһа ла, колледжға уҡырға ингәс, дөйөм ятаҡҡа урынлашҡан. Үҙ балаһын шул тиклем биҙрәткәндәр ҙә була икән...
– Бында үҫмерҙәрҙең һәр минуты файҙалы үтһен, тип тырышабыҙ. Төрлө түңәрәктәр эшләй. Ҡайһы берәүҙәр беҙгә килеп эләккәс кенә тормошта кәрәкле ваҡ-төйәк һөнәрҙәргә өйрәнә. Тегеү, кейемеңә төймә тағыу, тиһеңме. Ә «Асыҡ кулинария мәктәбе» проекты буйынса балалар тәрбиәселәр менән бергә бешеренеү оҫталығына өйрәнә. Ҡайнатма ла әҙерләйҙәр, бәлеш тә бешерәләр. Шуға беҙҙә көн һайын тәмле еҫтәр тарала. Йәшәгән бүлмәләрендә өйҙәге кеүек мөхит булдырырға тырышабыҙ. Изге күңелле кешеләр – бағымсылар ярҙамында бөтә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләнек. Мәктәп формалары, кейем-һалым, биштәрҙәр, дәфтәр-ҡәләмдәр алдыҡ. Яҡындағы 76-сы белем биреү үҙәгендә уҡыйҙар. Күп балаларҙың бында килгәс, һәләттәре асыла. Төрлө кисәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашалар, – ти «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһы директоры Любовь Петровна Владельщикова.
Шуныһы ла һәйбәт: үҙҙәрендә йәшәп киткән үҫмерҙәрҙәң артабанғы тормошо менән һуңынан да ҡыҙыҡһынып торалар, бәйләнеште өҙмәйҙәр. Хатта «Яҙмыштар» тигән папка ла асҡандар, бында килгән һәр бала тураһында мәғлүмәт тупланып бара.
Бер ҡыҙ наркодиспансерҙан һуң өйөнә ҡайтмайынса тура бында мөрәжәғәт иткән. «Юғиһә, мин яңынан наркотик ҡабул итә башлармын, тип ҡурҡам», – тигән. Уның яҙмышы хәҙер хәүеф аҫтында түгел. Эйе, иң мөһиме – үҙеңде, ҡурҡыуыңды, үҙ-үҙеңә ышанмаусанлыҡты еңеү, шул саҡта тормошта ла һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешәсәкһең, ти социаль ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре.