Йәш сәсәндәрҙең сираттағы республика конкурсы быйыл июнь айында Ишембай ҡалаһында үтте. Гимназиябыҙ исеменән был абруйлы бәйгелә ҡатнашыу бәхете VI синыф уҡыусылары Морат Ғәлиев, Батыр Усманов, Регина Лоҡмановаға тәтене. Беренсенән, үҙ көстәрен һынаһалар, икенсенән, Ишембай яҡтарын күрҙеләр.
Төбәк этабын үтеп, республика кимәлендә Башҡортостаныбыҙҙың 28 район һәм 8 ҡалаһынан 166 уҡыусы ҡатнашты. 30 фольклор командаһы эпостарҙан өҙөк сәхнәләштерһә, 46 уҡыусы «Урал батыр»ҙы яттан һөйләү бәйгеһендә көс һынашты. Бәйге Ишембайҙың Владимир Ленин исемендәге майҙанында һәм Торатау битләүендә үтте.
Ойоштороусылар уҡыусыларҙың ялын онотолмаҫлыҡ итеү өсөн бөтә көсөн һалды: Көҙән ауылына Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейына экскурсия ойошторолдо, ҡатнашыусылар изге Торатауға менеү бәхетенә иреште.
Беҙҙекеләр гимназияның драма түңәрәге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Флүр улы Лоҡманов етәкселегендә «Урал батыр» эпосынан өҙөк сәхнәләштереп, мәғариф министрлығының «Иң яҡшы актёрлыҡ һәләте өсөн» тигән грамотаһына лайыҡ булды. Бәйге уҡыусыларға рухи көс өҫтәне. Уларға киләсәктә лә яңынан-яңы уңыштар һәм ҙур еңеүҙәр юлдаш булыуын, алдағы көндәрҙә лә Урал батыр вариҫтары булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Гүзәл ХОҘАЙБИРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.