Ҙур юбилей көтә! Был оло байрамыбыҙҙы гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ артып, күтәренке кәйеф менән ҡаршыларға йыйынабыҙ.
Гәзитебеҙ майҙанында яҙышып сыныҡҡан элекке уҡыусыларыбыҙ, йәғни йәш хәбәрселәребеҙ бөгөн төрлө урындарҙа эшләй. Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Һәр ваҡыт ярҙам итеп, балаларға, туған мәктәптәренә, балалар йорттарына һәм күп балалы ғаиләләргә "Йәншишмә" яҙҙыртып, ҡыуандырып ҡына торалар. Рәхмәтлебеҙ!
Әле тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ. Элекке йәш хәбәрсебеҙ, әле баҫмала йорт ҡуяндары тәрбиәләү буйынса "Оҫталыҡ дәрестәре" алып барған Лилиә Нуретдинова туған мәктәбенә гәзит яҙҙыртып, эстафетаны шулай уҡ элекке йәш хәбәрсебеҙ Земфира Ғирфановаға тапшыра. Шулай итеп, изгелек акцияһы – "Йәншишмә"гә яҙылыу эстафетаһы старт алды. Алға! Тағы кемдәр әҙер был изге эшкә?!