Мәскәүҙә Рәсәй китап союзының X съезында Владимир Мединский, беҙҙең балалар уҡый, тик үҙҙәренә кәрәкмәгәнде, тине. Илдең Мәҙәниәт министры әйтеүенсә, бөгөнгө йәш быуын смартфонға мөкиббән киткән.
Балалар көнөнә яҡынса 6 сәғәт ваҡыттарын төрлө электрон гаджеттарға төбәлеп үткәрә икән. Шуға ла һис юғы дәрес ваҡытында уларҙы сикләү идеяһы бик һәйбәт, тип белдерҙе Мединский. Китап уҡыуҙың ҡан баҫымын түбәнәйтеүен, стресты кәметеүен дә әйтеп үтте.
Съездың төп темалары: китап баҙарын анализлау, милли проекттарҙа уҡыуҙың урыны һәм роле, балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү.