+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 13:14

Спектаклдәр һеҙҙе көтә!

Ял көндәре етә. Ҡалабыҙ театрҙарында үтәсәк тамашаларға күҙ һалайыҡ әле.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында ҡарарға була. 8 декабрҙә Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» лирик комедияһы ҡуйыла. Спектакль киске 6-ла башлана, билет хаҡы – 200 – 400 һум.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 7 декабрҙә «Ханума» комедияһы (12+) була. Тамашаға киске 6-ла килегеҙ. Билет хаҡы – 200 – 500 һум.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 7 декабрҙә «Волшебник изумрудного города» әкиәтен ҡарарға саҡыра. Башланыу ваҡыттары – көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә. Ә 8 ноябрҙә «Муха-Цокотуха» әкиәте күрһәтелә. Ул көндөҙгө 12-лә һәм 2-лә башлана. Билет хаҡы – икеһенә лә 250 һум.
Өфө «Нур» татар дәүләт театрында 7 декабрҙә «Тыкрыкта булды бу хәл», 8 декабрҙә «Башмагым» спектаклдәрен ҡарай алаһығыҙ. Башланыу ваҡыты – киске 7-лә. Билет хаҡы – 150 – 500 һум.
Күңелле ял итеп ҡайтығыҙ!
Читайте нас: