+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 13:37

"Йөрәгемә, доғаларыма ышанам"

Театр йылы айҡанлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы Зиләрә ЮЛТАЕВА менән әңгәмә ҡорҙом. Һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле, бәлки, арағыҙҙа ошо һөнәрҙе һайларға теләүселәр барҙыр.

– Үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле?

– Мин Оло Ҡыҙыл йылғаһы һыуын эсеп үҫкән Әбйәлил ҡыҙы буламын.

– Актриса булыу теләге – бала саҡ хыялымы?

– Һатыусы һәм уҡытыусы булып уйнап үҫһәм дә, үҙемде бала саҡтан һәр ваҡыт актриса итеп күрҙем һәм тойҙом.

– Ошо юлды һайлағанға үкенмәйһегеҙме?

– Эшемде ныҡ яратам һәм ҙур кинәнес менән башҡарам, Аллаға шөкөр.

– Мөмкинлек булһа, тормошоғоҙҙа нимәне үҙгәртер инегеҙ?

– Тормошта бөтәһе лә үҙ яйы менән бара, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, шуға күрә лә бер ниҙе лә үҙгәртмәҫ инем. Шатлыҡтары, күңелһеҙ мәлдәре лә кешегә тиктән бирелмәй. Һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра, көслөрәк итә.

– Тамашасының күңеленә үтеп инер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Сәхнәлә лә, тормошта ла ғәҙел һәм ихлас, эшеңә ғашиҡ кеше булырға кәрәк. Тағы ла эшһөйәрлек сифаттары образдар өҫтөндә төплө эшләргә булышлыҡ итә.

– Балаларығыҙҙы сәнғәт кешеһе итергә уйлайһығыҙмы?

– Улым етди кеше булып китер, тим, Алла бойорһа. Ҡыҙым иһә тыуғандан алып әртист бит инде ул. «Балерина, актриса, принцесса, королева булам!» – ти.

– Актриса булмаһағыҙ, ниндәй икенсе һөнәрҙе һайлар инегеҙ?

– Миндә һүрәт төшөрөү оҫталығы бар, бер нисә йыллыҡ белемем дә. Бәлки, кейем дизайнеры булыр инем.

– Әйткәндәй, һеҙ бит фильм­дарҙа ла төшәһегеҙ. Сәхнәләге роль менән кинолағы айырыламы? Ҡайһыныһында уйнауы еңелерәк?

– Икеһен дә берҙәй яратам. Икеһе лә яҡын, үҙенсәлекле һәм актёр өсөн кәрәкле.

– Театр һеҙҙең өсөн нимә? Ике-өс һүҙ менән яуап ҡайтар­һағыҙ ине.

– Театр – минең тормошом, яҙмышым, ғаиләм.

– Ниндәй ролдәрегеҙҙе айырыуса яратып башҡарҙығыҙ?

– Театрҙа «Бермуд өсмөйөшө»ндә (Рәмил Ҡол-Дәүләт) – Хазина; «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы» (Мөнир Ҡунафин) – Гөлнәзирә, «Биғылый»ҙа (Cпартак Ильясов) – Гөлзаданы. Дамир Йосоповтың «Өс хат» фильмында – Хазина, Булат Йосоповтың «Беренсе республика»һында – Мәстүрә Әлмөхәмәтова, Айнур Асҡаровтың «Өс таған»ында Йәмлиха һәм башҡалар. Барыһы ла яҡын һәм бер-береһенә оҡшамағандар. Бөтә ролдәремде лә яратып баш­ҡарҙым.

– Һеҙҙең кумирығыҙ бармы?

– Ғүмерлек кумирым – Митхун Чакраборти! Күңелем ҡайт­ҡандары ла булды.

– Театрҙан тыш, ял көндәрен нисек үткәрәһегеҙ?

– Буш ваҡытымда балаларым янында булырға тырышам, юғиһә, улар мине бөтөнләй күрмәй тиерлек.

– Һинең хеҙмәтеңде юғары баһалайҙар икән, әлбиттә, күңел күтәрелеп китә. Һиңә дәрт өҫтәлә.

– Ырым, юрауҙарға ышанаһығыҙмы?

– Йөрәгемә, доғаларыма ышанам.

– Әлеге мәлдә ниндәй роль өҫтөндә эшләйһегеҙ?

– Был һорауға яуап бирергә ашыҡмайым. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.

– Бөтөнләйгә был юҫыҡты ташлап китәм, тигән уй булдымы?

– Үҙ юлымдан бер ҡайҙа ла тайпылмам һәм бер кемгә лә бирмәм. Ул – минеке!

– Бер-ике аҙна театрһыҙ, сәхнәһеҙ йәшәй алаһығыҙмы?

– Ундай ваҡыттарҙа яратҡан шөғөлдәрем менән булам: тегеү, бәйләү, китап уҡыу, өйҙә бөхтәлек яратам.

– Элекке менән сағыштырғанда, халыҡ театрға киләме, тамашалар нисек үтә?

– Әлеге көндә театрға йөрөү бик көнүҙәк, модала, тип әйтергә лә була.

– Уҡыусыларға, артист булырға теләүселәргә теләктәрегеҙ?

– Үҙеңә ышан, йөрәгеңде тыңла. Хыялың, теләктәрең изге ниәтле булһын.

– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Зиләрә апай. Уңыштар һеҙгә!


Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Читайте нас: