Тәүге хеҙмәт көнөм дә бөгөнгөләй күҙ алдымда. Хаттар бүлегендә эш башланым. Ул ваҡытта хаттар почта аша килә ине. Төрлө райондарҙан яҙалар, конверттарҙы асып уҡыуы күңелле. Уҡыусылар мәктәптәрендә, ауылдарында үткән саралар тураһында хәбәр итә, яңылыҡтары менән уртаҡлаша, кәңәш һорай. Шуларҙы иғтибар менән уҡыйһың, яуап хаттары яҙаһың.
Гәзиттә баҫырға әҙерләгән иң тәүге хәбәрҙе лә хәтерләйем. Һынлы сәнғәт гимназияһынан Миләүшә Оморҙаҡова тигән ҡыҙ Фидан Ғафаровтың юбилейы уңайынан яҙып ебәргәйне. Ярты битлек әйберҙе ярты көн әҙерләгәнмендер...
Тәүге яҙған материалым да иҫтә. Композитор Данил Хәсәншин менән интервью эшләргә кәрәк. Ҡурҡыуҙарым... Шундай билдәле шәхес, ниндәй генә һорауҙар бирермен икән? Икәү генә ҡалып, һөйләшә башлағас, ағайҙың ябайлылығына хайран ҡалдым. Бала сағын, үҫмер йылдарын кинәнеп һөйләне. Бик оҙаҡ әңгәмәләштек. «Мин баш түбән уҡырға өйрәндем. Ағайым дәрес әҙерләй башлаһа, ҡаршы барып ултырам. Ул уҡыған китабының хәрефтәре миңә баш түбән күренә бит. Бына шулай уҡырға өйрәндем дә киттем», – тигәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Материал ҡыҙыҡлы ғына килеп сыҡты, шикелле. Оперативкала маҡтағандарын иҫләйем.
Бик күп әҙиптәр, артистар менән яҡындан күрешеү бәхете тейҙе. Мостай Кәримде редакциябыҙға ҡунаҡҡа саҡырып, бергә һөйләшеп ултырыу оноторлоҡмо ни?!
Һуңынан командировкаларға алып сыға башланылар. Кемгә нисектер, миңә яңы кешеләр менән осрашып танышыу, аралашыу күңелгә ниндәйҙер оло кинәнес бирә ине. Шуға һәр саҡ юлда күтәренке кәйеф менән йөрөнөм. Төрлө районда әллә күпме таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Шәп тә ул!
Йыл буйына әүҙем яҙышып, «Йәш хәбәрсе» исеме алған уҡыусыларыбыҙға танытмаларын мәктәптәренә барып, тантаналы рәүештә үҙебеҙ тапшырабыҙ. Унда концерттар әҙерләп көтөп торалар. Барғас, әллә күпме һәләтле балалар менән танышабыҙ, матур итеп осрашыуҙар үткәрәбеҙ.
2015 йылдың башында беҙ редакция коллективы менән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылына тимур командаһы булып барғайныҡ. Был ауылда өс ветеран йәшәй ине. Һәр береһенә күстәнәс-бүләктәр тупланыҡ. Ярҙам итергә тип беҙ үҙҙәре генә донъя көткән Әминә инәй менән Мөхәмәт олатай Әминевтәрҙең йортонда туҡталдыҡ. Ир-егеттәр ҡар көрәне, ҡыйыҡ баштарын таҙартты. Беҙ инде саң һурҙырыу, иҙән, һауыт-һаба йыуыу, балаҫ ҡағыу менән булыштыҡ. Икәү генә йәшәһәләр ҙә, йорттары ҙур. Шулай булһа ла, бөтә ерҙә тәртип. Уңған хужабикә беҙ килгәс, аш бүлмәһенән сыға белмәне. Үҙенсә әллә нимәләр хәстәрләп маташа. Беҙҙе һыйлап ебәрергә тырышҡан икән. Эштәрҙе тамамлауға сәй табыны әҙер ине. Өҫтәл артында матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлбиттә, һуғыш йылдары ла иҫкә алынмай ҡалманы. Өлкән кешеләргә күп кәрәкме ни? Һөйөнөп, рәхмәттәр әйтеп, оҙатып ҡалдылар. Беҙҙең күңелгә лә рәхәт ине. Яндарынан күтәренке кәйеф менән ҡайтып киттек.
Эйе, республикабыҙҙың ниндәй генә райондарында, ҡалаларында булырға, кемдәр менән генә осрашырға тура килмәне?! Гәзиттә эшләмәһәм, ошондай мөмкинлектәр эләгер инеме ни? Юҡ, әлбиттә. Шуға ла онотолмаҫ хәтирәләр бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, «Йәншишмә»м! 90 йәшкә етһәң дә, һаман да йәшһең. Мәңге йәшә, яратҡан гәзитем!
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА, 1997 – 2018 йылдарҙағы хаттар бүлеге хәбәрсеһе.