Проектта сит илдәрҙә йәшәүселәр ҙә ҡатнашасаҡ, бөтәһе 4 меңләгән майҙансыҡ эшләйәсәге көтөлә. Сараны Оборона министрлығы ла хуплай: Суворов училищеларында, кадет корпустарында, хәрби частәрҙә һәм гарнизондарҙа ла диктант яҙасаҡтар.
«Еңеү диктанты»ның мобиль ҡушымтаһы ла булдырыласаҡ. Уның буйынса теркәлеп, теләгән майҙансыҡты табып, һорауҙарға яуап бирергә мөмкин. Быйыл 25 һорау әҙерләнә: 20-һе Рәсәй буйынса, ҡалған бишәүһе йәшәгән төбәгеңә ҡағыла.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль сәркәтибе урынбаҫары, «Тарихи хәтер» проектының координаторы Александр Хинштейн белдереүенсә, «Еңеү диктанты» күрһәткестәре юғары уҡыу йорттары абитуриенттарының шәхси ҡаҙаныштары исемлегенә лә индереләсәк, портфолиоларына беркетеләсәк. Белемдәрегеҙҙе нығыта тороғоҙ, уҡыусылар. Сараның рәсми сайтына инеп, тест һорауҙарына яуап биреп ҡарағыҙ.