Быйыл проект халыҡ-ара статусы алған һәм унда 11 – 18 йәшлек сит ил уҡыусылары ла ҡатнаша ала. «Ғаилә тарихынан – ил тарихына» исеме менән үткән конкурсҡа эҙләнеү эштәре 15 мартҡа тиклем генә ҡабул ителә. Уҡыусыларға конкурстың рәсми сайтында теркәлеп, һуғыш йәки тыл ветераны тураһында архив материалдарына, документтарға, хаттарға таянып, тәҡдим ителгән темаға инша яҙырға кәрәк. Был эшегеҙ илебеҙ тарихын байытыу өсөн бик мөһим.