Уҡыусылар балалар яҙыусыларының яҡшылыҡ, рәхмәтле булыу, изгелек кеүек матур төшөнсәләр хаҡында яҙылған китаптары менән танышты. Рәсимә Ураҡсина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлфиә Юнысова шиғырҙарын, хикәйәләрен яратып тыңланылар. Хатта Фәрит Иҫәнғоловтың «Яңғыраубикә» әҫәрен бергәләп сәхнәләштереп тә ҡаранылар. Был хикәйәлә яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә. Яҡшылыҡтан ҡанатланған Зәбирә үҙе үпкәләткән дуҫ ҡыҙҙарын, этте, быҙауҙы ла ихлас күңелдән ҡосаҡлап ала. Күңеле йомшарып китә. Уға донъя тағы ла матурыраҡ булып күренә башлай...