-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 15:37

Һаман да йәп-йәш ул!

Бынағайыш, «Йәншишмә»гә туҡ­һан тул­ған да баһа. Малайҙар түгел, бабайҙар йәше бит был! Оло йәштәге кешеләр, ғә­ҙәттә, хәтер һандығын аҡтарып, үткән ғүмерен иҫкә алырға ярата. Мин дә бына яратҡан гәзитемдең илле-алтмыш йыл элек баҫылған һандарын ҡарап ултырам.

Беренсе синыфта уҡығанда уҡ тимер-томор тапшырып йыйған аҡсаға «Башҡортостан пионеры»на яҙылғайным, шунан бирле балалар гәзите – ғүмерлек юлдашым. Даими уҡыусыһы ла, авторы ла булып киттем. Мәктәп йылдарында яҙған тәүге мәҡәләләрем, шиғыр, хикәйә, скетч, фельетондарым ғына түгел, беренсе комедиям да ошо баҫмала донъя күрҙе. Аҙаҡ, университетта уҡығанда, Тимер Йосопов ағай: «Һинең пьесаңды балалар менән мәктәп сәхнәһендә ҡуйҙыҡ», – тип һөйләгәйне.

Ун биш йәшемдә (1964 йыл) «Башҡортостан пионеры» иң яҡшы хикәйә, фельетон һәм һүрәттәргә үткәргән конкурста еңеп сыҡтым. Аҙаҡ бихисап ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, әллә ни саҡлы еңеүҙәр яуланым, күп тапҡыр­ҙар республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты булдым. Ләкин мин шуны хәтеремдә ныҡ һаҡлайым: ижад бейеклектәренә үрләүем «Башҡортостан пионеры»нан башланды!

Редакцияла эшләүсе ағай, апайҙарыбыҙ йәш хәбәрселәргә, ҡәләм тибрәтеүсе һәләтле балаларға (хатта һәләте самалыраҡтарға ла) ихлас ярҙам итте. Мөкәрәмә Садиҡова, Әлфинур Вахитова, Сәриә Мәһәҙиева апайҙар­ҙың, Рәйес Фәтҡуллин, Вилләр Дауытов, Миңлеғәле Яҡупов, Әниф Бик­ҡолов ағайҙарҙың исемдәрен айырыуса ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Хәҙерге «Йәншишмә»нең элекке мөхәррире, билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Вилләр Йомағол улы, хәҙерге заманса әйтһәк, бик позитив кеше ине. Уның алты тиҫтә йыл элек яҙған хаттарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Бына ағайымдың 1961 йылдың 27 апрелендә (миңә ун ике йәш булғанда) яҙған хаты. Мәҡәләмде гәзиттә файҙаланмаһа ла, Вилләр ағай күңелемде төшөрөргә теләмәгән: «Киләсәктә лә яҙышып тор», тигән. Уны тыңлап, балалар гәзитенә гелән яҙыштым. Ҡартайғас та хатта...

Ә быныһы – Миңлеғәле ағай Яҡуповтың хаты. «Һин әле бишенсе синыфта уҡый­һың, әгәр яҙырға теләһәң, ниңә мәктәп, уҡыусы иптәштәрең, тәбиғәт, ауыл кешеләре хаҡында шиғырҙар яҙмаҫҡа? – тигән ул, ен-пәрейҙәр тураһындағы әкиәт-поэмамды уҡығас. – Һин үҙ күҙең менән күргәнде, үҙ күңелең менән кисергәнде яҙ» (1961 йыл, 24 май). Һуңынан гәзит мөхәррире булып киткән тәжрибәле журналист ағайым ниндәй шәп кәңәш биргән!

Шәхси архивымда Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһына «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире Вилләр Дауытов яҙған (1966 йыл, 11 август) хат һаҡлана. Хәжәте булмағас, мин уны комиссияға биреп торманым, иҫтәлеккә үҙемдә ҡалдыр­ҙым. Унда ошондай юлдар бар: «Краснохолмский урта мәктәбен тамамлаған Марсель Сәлимов «Башҡортостан пионеры» гәзитенең әүҙем йәш хәбәрсеһе булды. Дүртенсе синыфтан бирле ул үҙенең хәбәрҙәре, шиғыр һәм фельетондары менән гәзитебеҙҙә әүҙем ҡатнаша. Уның ижады үҙенсәлекле яғы – юморға бай булыуы менән айырылып тора. Гәзитебеҙҙә баҫылған «Сер ҡапсығы» комедияһы республикабыҙҙың күп мәктәптәрендә сәхнәгә ҡуйылды. Киләсәктә Марсель Сәлимовтан һәйбәт әҙип сығыр, тип ышанырға ныҡлы нигеҙ бар».

Яратҡан гәзитемдең ышанысын аҡланым һымаҡ тойола бөгөн миңә...

Марсель СӘЛИМОВ, «Йәншишмә» гәзитенең мәңге йәш хәбәрсеһе,

«Һәнәк» журналының ҡартайып ялға сыҡҡан баш мөхәррире.




Читайте нас: