Мирсәйет ЮНЫСОВ – Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылынан. 1986 йылдан бүлек хәбәрсеһе, мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1997 йылдан – «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире.
– Замандан артта ҡалып булмай, гәзитте үҫтерер өсөн яңы технологияларҙың мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға тырышабыҙ. Сөнки бөгөнгө балаларҙың күбеһе компьютер артында ултыра, смартфондан айырыла алмай. Шуға ла хәҙер беҙ үҙебеҙҙең сайт, «Бәйләнештә», «Синыфташтар» социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәребеҙ аша уҡыусыларыбыҙҙы йәлеп итәбеҙ.
Әлбиттә, гәзиттең ҡағыҙ варианты өсөн дә борсолам. Минеңсә, уны барыбер ҡулға тотоп уҡыуға етмәй, ташҡа баҫылған әйберҙәр хәтерҙә ҡала, онотолмай.
Ә шулай ҙа «Йәншишмә»нең киләсәгенә ышанам. Ул бар, буласаҡ! Балалар матбуғатында үткәргән йылдарымды ғүмеремдең иң бәхетле мәлдәре, тип иҫәпләйем.
– Элекке осор менән сағыштырғанда, хәҙер гәзит сығарыу эше күпкә еңеләйҙеме?
Юлдаш ӘХТӘМОВ – Стәрлебаш районы Айтуған ауылынан. Редакцияла 1980 йылдан эшләй, рәссам-ретушлаусы була, 1998 йылдан яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡара.
– Элек гәзиттең макетын эшләп, һүрәттәрен, машинкала баҫылған материалдарын типографияға тапшыра инек. Икенсе төрлөрәк уй башыңа килһә, үҙгәртеүе ҡыйыныраҡ була торғайны. Хәҙер гәзитте сығарыу башынан аҙағынаса үҙебеҙҙә бара. Нисек теләйбеҙ, шулай күңелгә ятҡанса эшләй алабыҙ. Шул яғы менән әле һәйбәтерәк. Вёрсткалау, фотоларҙы эшкәртеү буйынса компьютер программалары етерлек, ижад өсөн дә мөмкинлектәр киңәйҙе.
– Гәзит уҡыусыларын ниндәй темалар күберәк ҡыҙыҡһындыра, тип уйлайһығыҙ?
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА – Бөрйән районы Яуымбай ауылынан. Редакцияла 1989 йылдан алып эшләй, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе.
– Бала саҡта «Башҡортостан пионеры» гәзитен (әле «Йәншишмә») алдырып уҡый торғайныҡ. Ололарҙың нимә тураһында яҙғандары хәтерҙә ҡалмаған, ә үҙебеҙҙең тиңдәштәр хаттарын, уларҙың ҡайһы район, ауылдарҙан яҙышып торғандарын яттан белә инем. Тимәк, гәзит уҡыусыларға үҙ тиҫтерҙәре яҙған материалдар ҡыҙыҡ булған. Әле лә шулай, тип уйлайым.
Динис Бүләковтың «Саған япраҡ яңырта» повесының дауамын көтөп ала инек. Хәҙерге гәзит уҡыусылары ла сәсмә әҫәрҙәрҙе яратып уҡый торғандыр.
Элек-электән гәзит фекер алышыу майҙансығы булған. Әле лә маҡтау һүҙҙәре генә яҙмай, уҡыусылар үҙҙәрен борсоған хәл-ваҡиғалар, күренештәр тураһында яҙып ебәрһәләр, бик яҡшы булыр ине.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, әлеге заман йәш хәбәрcеләре ниндәйҙәр икән?
Зөһрә ХӘКИМОВА – Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан. 1994 йылдан – корректор, 2019 йылдан – хат бүлеге хәбәрсеһе:
– Беҙҙең гәзит – алдынғы ҡарашлы замандаш тәрбиәләү, ижадкәр шәхес үҫтереү майҙаны бит ул. Беҙҙә сынығыу мәктәбе үткән уҡыусылар бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Бөгөнгөләре лә бик ҡыйыу, уй-фекерҙәрен әйтергә ҡыйынһынып тормайҙар. Һорауҙары булһа, тиҙ арала шылтыратып алалар, «Бәйләнештә» селтәре аша яҙалар. Әлбиттә, хәҙер уларҙың мөмкинлектәре лә киңерәк, конкурстарҙа ҡатнашып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһап, оҫтарып бөткәндәр. Ҡәләм тибрәтеүселәр араһында әҙер һүҙ оҫталары булыуы ҡыуандыра, уларҙан киләсәктә тағы ла күп етәкселәр үҫеп сығырына иманыбыҙ камил.
– Рәссам кешене тылсымсы менән тиңләргә була. Әгәр ҙә һеҙ, ысынлап та, тылсым таяғына эйә булһағыҙ, гәзиттең йөҙөн нисек үҙгәртер инегеҙ?
Хаят Йәрмөхәмәтова – Баймаҡ районы Байыш ауылынан. Редакциябыҙҙың рәссамы. Гәзит биттәрен 1996 йылдан балаларса матур һүрәттәре менән биҙәй.
– Бер саҡ «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе: «Гәзитте нисек күрергә теләр инең?» – тигән һорау биргәйне. Мин шул ваҡытта: «Төҫлө булып сығыуын», – тип яуап ҡайтарғайным. Күпмелер ваҡыттан һуң, ысынлап та, гәзитебеҙ төҫлө булып сыға башланы. Шул тиклем ҡыуанғайным.
Әле тылсым таяғына эйә булһам, тиражыбыҙҙы тағы ла арттырыр, полиграфия буйынса ла сифатлыраҡ, матурыраҡ ҡағыҙҙа сығарыр, аҙыраҡ күләмен дә күбәйтеп, фотоһүрәттәрҙе лә иркенерәк итеп ҡуйыр инем.
– «Башҡортостан пионеры» гәзитен (әлеге «Йәншишмә») уҡып үҫкән быуын булараҡ, ниндәй уй-теләктәреңде еткерер инең?
Гөлфирә ҠАРАҒУЖИНА – Әбйәлил районы Күсем ауылынан. 2013 йылдан – гәзиттең вёрсткалаусы инженеры.
– Атайым менән әсәйем ғүмер буйы бихисап матбуғат баҫмаларына яҙылды. Шулар араһынан иң яҡыны «Башҡортостан пионеры» гәзите булды.
1990 йылда Дағстандың Каспийск ҡалаһына фестивалгә барып ҡайттыҡ. Шуның тураһында «Башҡортостан пионеры»нда яҙып сыҡтылар. Ҡыҫҡаса әңгәмәбеҙҙе, фотобыҙҙы гәзит биттәрендә күреү иҫтәлекле ваҡиға булып уйылып ҡалған. Шулай уҡ мәктәптә уҡыған осорҙа Ишембайҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите исеменә үткәрелгән саңғы ярыштары ла хәтерҙә һаҡлана. Ул бәйгелә ҡатнашҡан өсөн эспандер бүләк иткәйнеләр.
«Йәншишмә» гәзите – балалар өсөн донъяла башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер төҫлө гәзит. Тик күп атай-әсәйҙәр, етәкселәр быны аңламай. Беҙ бит бала саҡта: «Атай, әсәй, миңә «Башҡортостан пионеры» гәзитен, «Пионер», «Весёлые картинки» журналдарын яҙҙырт», – тип арттарынан эйәреп йөрөмәгәнбеҙ. Улар үҙҙәре зиһенле булған, балалары төрлө яҡлап үҫешһен өсөн тырышҡан. Зыялы, аңлы милләттәштәребеҙ күберәк булһын һәм балаларына гәзитебеҙҙе яҙҙыртһындар ине.
– Һеҙҙең ауылдан бер ғаиләгә «Йәншишмә» гәзите табышырға, ҡауышырға ла ярҙам иткән бит әле. Ошо хаҡта һөйләп китегеҙ әле.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА – Ейәнсура районы Ибрай ауылынан. 2003 йылдан алып эшләй, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе:
– Эйе, Аллаға шөкөр, әлеге көндә Күсәрбаевтар ғаиләһе матур ғына йәшәп ята. Бынан туғыҙ йыл элек беҙҙең ауылда яңғыҙы биш бала тәрбиәләүсе бер атай тураһында яҙғайным. Ошо уҡ һанда Ауырғазы районының Төрөмбәт мәктәбендә уҡыусы ҡыҙҙарҙың бер хаты баҫылып сыҡҡан ине. Күрәһең, яҙмыштыр инде. Уларҙың әсәйҙәре Айгөл ханым бер үҙе балалар тәрбиәләүсе Илһам ағай тураһында уҡыған да, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, хат яҙып ебәргән. Шулай танышып киткәндәр. Әле бергә һигеҙ бала тәрбиәләйҙәр, өлкәндәре былтыр башлы-күҙле лә булды. Уларҙың ғаиләһе ауылыбыҙҙа иң өлгөлөләрҙән һанала, бер саранан да ситтә ҡалмайҙар, һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашалар.
– Республика буйлап командировкаларға күп йөрөйһөгөҙ. Гәзиттә эшләү осоронда нисә районда булырға тура килде?
Илмир ҒӘЙНУЛОВ – Бөрө районы Үрге Ласынтау ауылынан. 2014 йылдан редакцияның водителе булып эшләй.
– Башҡортостандың күп район-ҡалаларын урап сыҡтым. Бар ерҙә лә беҙҙе матур итеп ҡаршы алалар, оҙатып ҡалалар. Ҡыҙыҡ өсөн генә һанап сығарғайным, 54 райондың 37-һен күрергә насип булған. Иҫәнлек-һаулыҡ булһа, тағы ла ҡалғандарында ла йөрөп сығырбыҙ әле.
– «Йәш хәбәрсе» исемен алған гәзиттә эшләп йөрөүҙе мәртәбә һанайһыңмы?
– Әлбиттә! Мәктәп йылдарында: «Эх, киләсәктә «Йәншишмә»лә эшләһәм ине ул», – тип хыяллана торғайным. Бигерәк тә Зөһрә апай Ҡотлогилдина, Зөбәржәт апай Миңлебаеваларҙың һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алып, аҡыллы кәңәш биреүҙәре күңелемде ҡанатландырҙы. Уларға рәхмәтем сикһеҙ. Тиҫтерҙәрем, йәш хәбәрселәр Зарина Бағышаева, Миңзәлә Асҡарова, Айгөл Юнысова, Фәйез Харрасовтар менән бергәләшеп, шау-гөр килеп, редакцияға килеп йөрөүҙәр күңелемдә матур бер иҫтәлек булып һаҡлана. Ә инде бер нисә йылдан бала саҡ хыялым, ысынлап та, тормошҡа ашты. Улай ғына ла түгел, хөрмәтле остазыбыҙ Зөһрә апай Ҡотлогилдина менән бер ваҡытта эшләү бәхете лә тейҙе миңә! Бала саҡтан тормошомдоң мөһим бер өлөшөнә әйләнгән, уҡыусыларҙың күңеленә изгелек нурҙары сәскән «Йәншишмә»мдең бер тамсыһы була алыуымды тойоу минең өсөн – иң ҙур бәхет.
ГӨЛНИСА менән МӘРГӘН һөйләште.