Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, иң әүҙем төбәктәр Архангел, Брянск, Ростов, Свердловск өлкәләре, Краснодар крайы икән. Мәскәүҙәге Еңеү музейы һәм Павел Нахимов исемендәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Черноморск юғары хәрби-диңгеҙ училищеһы ла ҡатнашасаҡ. "Еңеү диктанты"н Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан, 24 апрелдә яҙасаҡбыҙ.