Олатайға юбилей миҙалын республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Уны тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та килгәйне. Килгән ҡунаҡтарҙы һәм һуғыш ветеранын ауыл биләмәһенең «Ҡарасәй», «Һүрәм» «Хәтирә», «Килендәр» ансамблдәре, Рәфис Ишмөхәмәтов, Асия Мырҙабаева менән Тәнзилә Уликановалар йыр-моңдары менән һөйөндөрҙө.