Уҡыусылар өсөн бик күп саралар ойошторалар. Ауырғазы районының Үтәймулла ауылы китапханаһында ла Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, "Мәңге тере һалдат рухы" тигән бик матур сара үткәргәндәр. "Дан һиңә, һалдат!" исемле китап күргәҙмәһе лә ойошторолған. "Уҡыусылар "Хат", "Онотмаһын мине Тыуған ил", "Батырлыҡ эҙе" кеүек шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыны. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәргән флешмобҡа ла ҡушылдыҡ, балалар хәрби-патриотик темаға бик күп шиғырҙар уҡыны", - ти китапханаһы Розалия Әсәҙуллина.