+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 12:25

Ғалимдар, сәйәхәтселәр, экологтар йыйыла

Урыҫ география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ тәүге төбәк-ара фестиваль ойоштора. «Торатау» конгресс-холы 19 – 20 мартта ғалимдар, сәйәхәтселәр, экологтар, туристар һәм ер тураһында фәнде яратыусыларҙың йыйылыу урынына әйләнәсәк. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр һәм башҡалар ҙа ҡатнаша.

Фестиваль барышында алдынғы ғалимдар һәм сәйәхәтселәр республикалағы асыштар һәм мажаралар тураһында мауыҡтырғыс лекциялар уҡыясаҡ, видеолекторий, фәнни-ғәмәли конференциялар, география уҡытыусылары өсөн семинарҙар һәм бәхәс майҙансыҡтары ла үтәсәк. Икенсе көнөндә турист йырҙарын башҡарыу конкурсы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Бөтә теләүселәр республика экология диктантында ла ҡатнаша ала. Фестиваль көндәрендә «Урал барыҫы» проекты, «Башҡортостандың тере тәбиғәте» кеүек күп кенә конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләү ҙә ҡаралған.
Читайте нас: