+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2020, 13:21

Йөрәктәрҙә йондоҙ ҡабынды

Интернат-гимназиябыҙҙың VII «А» синыфында Башҡорт теле йылына арналған байрам үтте. Бында уҡыусылар атай-әсәйҙәре һәм олатай-өләсәйҙәре менән туған телдәрендә тасуири итеп яттан шиғырҙар һөйләне.

Байрам барыбыҙға ла оҡшаны. Уны матур итеп алып барғандары өсөн Илнур Сәйет­ғәлинға, Айгизә Ҡарағоловаға һәм яратҡан тәрбиәсебеҙ Айгөл Азат ҡыҙы Теләүсинаға айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Нургизә Сыңғыҙова һәм Эльмира Йәнебай ҡыҙы, Илмир Торсонбаев һәм ҡартәсәһе Зәйтүнә Исрафил ҡыҙы, Зәлиә Хафизова һәм әсәһе Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы, Байрас Әфләтүнов һәм әсәһе Айгөл Алмаз ҡыҙы, Камила Иҫәнбаева һәм атаһы Айбулат Фазылйән улы көстәрен һынап, башҡорт телендә шиғырҙар ятланы. Лениза Рәфҡәт ҡыҙы Сәйетғәлина «Ҡара икмәк» шиғыры менән тамашасылар күңелендә ғорурлыҡ уятты. Гөлдәриә һәм әсәһе Лилиә Фәйзулла ҡыҙы Илбуловалар дәртле йырҙарын бүләк итте. Зөлфирә һәм уның апаһы Мәүлиҙә Йомағужиналар әсәйҙәре Әлфиә Фәрит ҡыҙы ижад иткән «Әсәйгә хат» шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

– Байрамыбыҙ балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дә бик файҙалы һәм фәһемле булды. Һәр кем етди әҙерләнгән ине. Тулҡынландырғыс минуттар ҙа булды. Тыуған еребеҙгә, телебеҙгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре менән таныштырыу – төп маҡсатыбыҙ.

Шиғриәт яратҡан балалар белем ала гимназиябыҙҙа. Башҡорт теленең, Рәми Ғарипов әйтмешләй, бай, яғымлы икәненә инандыҡ. Күңелдәргә рухи аҙыҡ, йыуаныс булды. Мәктәп йылдарының яҡты тәьҫораттарының береһе булып ҡалды был шиғриәт байрамы, – тип йом­ғаҡлап ҡуйҙы кисәбеҙҙе синыф етәксеһе Әлмира Рәфҡәт ҡыҙы Иҫәнғолова.

Камила ИҪӘНБАЕВА, «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.
Сибай интернат-гимназияһы.

Читайте нас: